Ишкилдин Әмир Фәтҡулла улы
Ишкилдин Әмир Фәтҡулла улы (рус. Ишкильдин Амир Фаткуллович; 21 октябрь 1941 йыл — 22 февраль 2011 йыл) — химик-технолог, техник фәндәр докторы (1998), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2001)[1].
Биографияһы
Әмир Фәтҡулла улы Ишкилдин 1941 йылдың 21 октябрендә Башҡорт АССР-ының Йомағужа районы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы) Бикес ауылында тыуған.
Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Өфө нефть институтына уҡырға инә.
Тормош һәм хеҙмәт юлы
1966 йылда Өфө нефть институтында хеҙмәт итә.
1975—1979 йылдарҙа Афғанстандағы Ҡабул политехник институтында уҡыта.
1991—1995 йылдарҙа Өфө нефть институтының технологик факультеты деканы.
Фәнни хеҙмәттәре ауыр нефть ҡалдыҡтарын (асфальт, гудрон, крекинг-ҡалдыҡтар) тәрәнәйтеп эшкәртеүҙең яңы варианттарын булдырыуға, акустик методтар ҡулланыу нигеҙендә нефть битумын етештереүҙе интенсивлаштырыу мәсьәләләренә бағышланған.
Ишкилдин етәкселегендә Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында, «Өфөнефтехим» ЯСЙ-ендә XX-се быуаттың 1990-сы йылдар уртаһында производствоға индерелгән асфальтты яңынан эшләп сығарыу технологияһы һәм гудронды асфальт торошонан ҡаҙан яғыулығына әйләндереү тормошҡа ашырылған.
Ғалим ҡатнашлығында гудронды гидровисбрекинг технологияһы өйрәнелгән, һәм уны һынау тәжрибәһе 1990-сы йылдарҙа Өфө аҙ тоннажлы нефть-химик производстволары тәжрибә заволында үткәрелде.
120 фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы.
2011 йылдың 22 февралендә Өфө ҡалаһында вафат була[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанғн химигы (2001)
Хеҙмәттәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Ишкилдин Әмир Фәтҡулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Российская государственная библиотека. Исследование адгезионно-поверхностных свойств нефтяных остатков и коксов: Автореферат диссертации на соискание ученой степени кандидата технических наук. (05.17.07) / Уфим. нефт. ин-т. - Уфа : [б. и.], 1973. - 23 с.
Һылтанмалар
- Ишкилдин Әмир Фәтҡулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Российская государственная библиотека. Исследование адгезионно-поверхностных свойств нефтяных остатков и коксов: Автореферат диссертации на соискание ученой степени кандидата технических наук. (05.17.07) / Уфим. нефт. ин-т. - Уфа : [б. и.], 1973. - 23 с.