Ишморатов Исрафил Хажиморат улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Заты ир-ат
Хәрби звание рядовой и артиллерист[d]
Тыуған көнө 1920
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Дан ордены
Вафат булған көнө 2000
Тыуған урыны
Һуғыш/алыш

Ишморатов Исрафил Хажиморат улы (19202000) — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, рядовой, артиллерист-тоҫҡаусы, III дәрәжә Дан ордены кавалеры, II төркөмө инвалиды[1]

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ишморатов Исрафил 1920 йылдың 22 ғинуарында Илсекәй ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған, Илсекәй башланғыс мәктәбендә белем алған.

Исрафил Ишморатов 1940 йылдың 17 октябрендә Малаяҙ район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

3-сө Бессарабия Ленин, Ике Ҡыҙыл Байраҡ, Суворов орденлы Григорий Иванович Котовский исемендәге кавалерия дивизияһы составында Польша сигендә хеҙмәт итә.

Ишморатов Исрафил Хажиморат улы Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға ярты йылдан ашыу әрме сафында хеҙмәт итеп өлгөрә һәм үҙ эшенең оҫтаһы булып таныла. 37 миллиметрлы зенит автоматик пушка механизмдары һәм уның тағылмалары кисәге колхозсы тарафынан яҡшы үҙләштерелә.

Һуғышты Белоруссия ерендә ҡаршылай. Һуғыштың тәүге көндәрендә үк Польша сигендә Головская утарынан яҡташы Сорокинды юғалта, уны, санитар килеп ярҙам күрһәтеренә өмөт итеп, ватылған орудие лафетында ҡалдырырға мәжбүр була. Ошо уҡ көндәрҙә Исрафил йәнә бер яҡташының, Иҫке Ҡаратаулы ауылы егете, батарея ашнаҡсыһы, Ҡыям Сәйфетдиновтың һәләк булыуына шаһит була.

Шулай уҡ йәш яугир илдең көнбайышынан Мәскәү ҡалаһы сиктәренә тиклем сигенеү хурлығын һәм ҡамауҙа ҡалыу ҡурҡынысын кисерергә тура килә.

Днепропетровск ҡалаһында зенит пушкаһын белгән яугирҙарҙың йыйылма пунктына йыйып, Исрафил Хажи улын һәм башҡа полкташтарын Татар АССР-ы баш ҡалаһы Ҡазанға артиллерия курстарына ебәрәләр.

Ҡазандан зенитсыларҙы яңы формалашҡан уҡсылар дивизияһының 146-сы миномёт артиллерия полкына ебәрәләр. Днепропетровск ҡалаһында Исрафил Ишморатов хеҙмәт иткән артполк башҡа подразделение составына ҡушыла, ә зенит батареяһына эвакуацияланған заводты оҙатыу бурысы йөкмәтелә. Зенит ҡоролмаһы урынлашҡан платформала тоҫҡаусы Ишморатов көнсығышҡа оҙатыла. Бомба аҫтында тағы дуҫтарын юғалтыу, дошман самолёттары осҡанын прицел аша көсөргәнешле күҙәтеү.

Исрафил Мәскәү өсөн һуғыштарҙа ҡатнаша. Смоленск йүнәлешендә немец дзотын юҡ итеү буйынса хәрби заданиены үтәгәндә 37 миллиметрлы автоматик зенит пушкаһы тоҫҡаусыһы, ҡыҙылармеец Ишморатов яралана.

Төндәрен урманда һаҙлыҡ аша үткәүел ҡорабыҙ. Зенит пушкаһын күтәреп тигеләй күсерҙек. Дошман дзоты амбразураһынан 700—800 метр алыҫлыҡта туҡтаныҡ. Иртән иртүк дошманға тоҫҡап бер обойма, артабан — икенсеһен аттым. Немецтар яуап уты асты, һәм 1942 йылдың 30 ноябрендә минең уң ҡулым яраланды. Мине медсанбатҡа оҙатып килгән һәм операция ваҡытында ла янымда булған лейтенантҡа ҙур рәхмәт. Ҡулымды ампутациялау ыҙаһын кисерҙем, ауыртыуҙы баҫа торған әмәл юҡ ине… Аңыма килгәс, ҡул суғым булмауын күреп, һығылып иланым, — тип һөйләне ветеран

.

Ульяновск ҡалаһындағы госпиталдә өс ай буйы дауалана[1]

1943 йылдың 26 февралендә Исрафил тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. 1943 йылдың майынан 1945 йылдың мартына тиклем Ишморатов Әҙерләүҙәр министрлығының урындағы вәкәләтле агенты (һалым йыйыу буйынса урындарҙа яуаплы) була.

1948 йылға тиклем «Башташ» колхозы рәйесе, хисапсы, бригадир булып эшләй.

Ишморатов Исрафил Хажиморат улы зирәк аҡылы менән айырылып тора, кәрәкле кәңәш биреүсе, колхоз производствоһын оҫта ойоштороусы була. Уның фекерен кешеләр ҡабул итә.

Илсекәй һәм Жиловский утарҙары бер хужалыҡҡа берләшкәндән Һуң, Ишморатов Мөрсәлим ауылында ойошторолған «Заготзерно» предприятиеһы директоры була.

Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем тыуған ауылында һөтсөлөк фермаһы мөдире, комплекслы бригада бригадиры булып эшләй.

Дәүләт наградаларына лайыҡ була: «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

Ә 1976 йылдың йәйендә бәләкәй калибрлы зенит пушкаһы тоҫҡаусыһы И. Х. Ишморатовҡа хәрби наградаһы — III дәрәжә Дан ордены тапшырыла.

Ишморатов Исрафил Хажиморат улы 2000 йылдың сентябрендә вафат була. Тыуған ауылы зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • III дәрәжә Дан ордены (16.06.1976)
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы[1]
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы

Исрафил Ишморатовҡа 1976 йылда ғына лайыҡлы награда, III дәрәжә Дан ордены, тапшырыла. Ветеран шулай уҡ юбилей миҙалдары менән дә бүләкләнгән.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ишморатов Исрафил ҡатыны Шәрифә Фәссәхетдин ҡыҙы (1922—1986) менән һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтерә. Зөһрәгә, Гөлсирәгә, Гөлсөмгә, Фәниәгә, Райханаға, Марсҡа, Лиләгә, Венераға — бөтә балаларына ла лайыҡлы белем алырға ярҙам итте улар. Әлеге ваҡытта күп һанлы ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүләләре үҫеп килә.

Ҡыҙы Райхана В. И. Ленин исемендәге Мәскәү педагогия институтының худграфын тамамланы. Доцент Р. И. Фёдорова Мәскәү энергетика институтында һыҙма геометрияһын уҡытты.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ишморатов Исрафил Хажиморат улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[2] һәм БР-ҙың Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
  • Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), с. 13 «Дизайн», 2015
  • Абдуллина Айһылыу. Ишморатовтар ғаиләһе. «Йүрүҙән» гәзите
  • ЦАМО Юбилейная картотека награждений шкаф 22, ящик 18

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]