Иштәк

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

Иштәк (истәк) — башҡорттарҙың, шулай уҡ себер татарҙарының иҫкергән экзоэтнонимы[1][2].

«Иштәк» экзоэтнонимын башҡорттарҙы атау өсөн уларҙың көньяҡ күршеләре булған ҡаҙаҡтар, ҡалмыҡтар һәм нуғайҙар ҡулланған[3][4][5].

Иштәк этнонимы (башҡорттарҙы атау өсөн) Уралдан көнсығышҡа табан барлыҡҡа килә һәм XV быуат аҙағындағы сығанаҡтар буйынса билдәле була. XVI быуат башында Шәйбәни хан һарайы янында йәшәүсе Рузбехан Исфаганский «иштәк халҡы өсөн» (йәғни башҡорттар өсөн) пәйғәмбәрҙәрҙең тормошон тасуир итә[6]. Шулай ҙа иштәк этнонимы күпкә алдараҡ барлыҡҡа килгән тип иҫәпләнә. Быны башҡорт, ҡырғыҙ, ҡарағалпаҡ халҡы составына ингән истәк, иштек, эштек кеүек ырыу-ҡәбиләләр атамалары дәлилләй. Ишти-ооржак тигән тува этнонимының да ошо рәткә ҡарауы ихтимал.


Истәк (иштәк) этнонимы башҡа ҡәбиләләр менән мөнәсәбәт һәм йәшәгән еренә ҡарап төрлөсә үҙгәрештәр кисергән. Г. Ю. Клапрот фекеренсә, иштәк (остяк) Обь йылғаһының уғырса әйтелешендә «Обь халҡы» тигәнде белдерә. Г. Вамбери иштәк «өҫкө өлөш» тигәнде аңлата, тип иҫәпләй. Башҡа авторҙар иштәктәрҙе хан исеме менән бәйләй. Рона-Таш уларҙы башҡорт еренең аборигендары тип һанаһа, М. З. Зәкиев иһә көнбайыш Себер, Пермь татарҙары һәм башҡорттары тип белдерә. Истәк, иштәк атамаларын Көньяҡ Уралға әйлеләр тарата. Үрҙә билдәләгәнсә, ҡырғыҙҙар менән ҡаҙаҡтар бөгөн дә башҡорттарҙы истәк тип атай. Ҡол Ғәлиҙең шәжәрәһенә иғтибар иткәндә лә иштәк, шибәк, әйле, болғарлыҡ-иштәк тигән атамалар осрай. Һәр хәлдә, истәктәр (иштәктәр) башҡорт ырыуҙарының барлыҡҡа килеүендә ҙур роль уйнағаны бәхәсһеҙ, шуның өсөн дә күп кенә халыҡтар башҡорттарҙы истәк, иштәк, остяк, уштяк тип белә. Сыбыр телендә Иштәк - лось.

Этимология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаҙаҡ тикшеренеүсеһе О. Сөләймәнов «иштәк» этнонимын «эске ырыу» мәғәнәһенә йүнәлтә[7]. О. Сөләймәнов билдәләүенсә, уғыҙҙарҙың 24 ырыуы ике ҙур берләшмәгә — иш-уғыз — «эске ырыу» һәм ташуғыҙ — «тышҡы ырыу» — бүленә.[8]

Антрополог һәм этнолог Р. М. Йосопов фарыз итеүенсә, башҡорттарҙың «иштәк» һүҙенең барлыҡҡа килеүе Көньяҡ Уралдың дах тип аталған дәүеренең бер боронғо ҡәбиләһенә барып тоташа[9]. Р . М. Йосопов «иштәк» этнонимы Көньяҡ Уралдың боронғо ҡәбиләләренең береһе булған «хешдек» йәки «хешдак» атамаһының төркиләштерелгән варианты булыу ихтималлығын белдерә. Был осраҡта «хешдак» йәки «хешдах» һүҙе иран теленән «бөйөк даһиҙарҙың туғаны, нәҫеле» тип тәржемә ителә («хеш» — туған, «дах» — бөйөк)[10].

Һәр хәлдә, һис шикһеҙ, этнонимдың барлыҡҡа килеүе йә беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡтың даһи-мәсәғүт дәүеренә, йә булмаһа беҙҙең эраның I мең йыллығындағы Һырдаръя, Арал яны һәм уға сиктәш даалаларҙағы төрки-уғыр бәйләнештәре осорона тура килә. Был һығымта бүтән тикшеренеүселәрҙең күҙәтеүҙәренә ҡаршы килмәй. Урта быуаттарҙың башланғыс осоронда йәшәүсе худэ ҡәбиләләре атамаһын, мәҫәлән, А. Н. Бернштам остяк исеме менән бәйләй[11].

Ф. С. Фасеев иҫәпләүенсә, иштәк атамаһы — VIII—XVII быуаттарҙа төрки-остяк тәьҫир итеүҙәре һөҙөмтәһе. Р. Г. Кузеев фекеренсә, иштәк — төркиҙәрҙең себер күршеләре менән бәйләнеше һөҙөмтәһе. Шул уҡ ваҡытта, хеҙмәтенең йомғаҡлау өлөшөндә ғалим иштәктәрҙе төрки телле күсмә халыҡтар иҫәбенә индерә.

XV быуат аҙағында иштәк һүҙе урыҫтар тарафынан остяк формаһында үҙләштерелә һәм экзоэтноним сифатында тәүҙә Пермь крайының көньяғында һәм Башҡортостандың төньяҡ территорияһында йәшәүсе төньяҡ башҡорттарҙы атау өсөн ҡулланыла. «Остяк» атамаһы «татар» йыйылма экзоэтнонимының синонимы булып торған. XVI—XVIII быуаттың архив документтарында «татар» һәм «остяк» терминдары бер-береһен иркен алмаштырып ҡулланылған.

XVI быуаттың 80-се йылдарында Себерҙе колонизациялау башланыу менән «остяк» термины төрлө себер халыҡтарына ла ҡарата ҡулланыла башлай.

XVII быуаттың беренсе яртыһында урыҫ документтарында төньяҡ башҡорттарына ҡарата «остяк» һәм «татар» экзотерминдарын ҡулланыу юҡ кимәленә етә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Рамазанова Д. 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған.
  2. …Обще башкирской народ, которыя старое звание имеют иштяк, и так их киргисцы, калмыки и иныя соседния народы поныне называют, а не башкирцами,…

    — л. 602/ Получено 1735-го сентября 25 чрез вологоцкого полку прапорщика Гаврила Дмитреева. Правительствующему Сенату нижайшее доношение.

  3. …О башкирцахъ кроме того известно… они отъ Киргизскихъ Козаковъ, своихъ соседей, называются Уштяки (Остяки)… то есть чужестранцы…

    — Фишер И.Е. Сибирская история с самого открытия Сибири до завоевания сей земли Российским оружием…– СПб., 1774. – С.79

  4. …Башкиръ, башкуртъ… Киргизъ-Кайсаки именуютъ ихъ Шери Иштекъ, или чермные Остяки…

    — Татищев В.Н. История Российская с самых древнейших времён…-М., 1769. - С.284

  5. …Обще башкирской народ, которыя старое звание имеют иштяк, и так их киргисцы, калмыки и иныя соседния народы поныне называют…

    — л. 602/ Получено 1735-го сентября 25 чрез вологоцкого полку прапорщика Гаврила Дмитреева. Правительствующему Сенату нижайшее доношение.

  6. «События в Уфимском крае до основания г. Уфы». Выписка из рукописи М. Уметбаева, л. 3 (хранится в Секторе археологии и этнографии ИИЯЛ БФАН СССР).
  7. Сулейменов О. Аз и Я. Алма-Ата, Жасушы, 1975, Гл.
  8. «Книга моего деда Коркута. Огузский героический эпос». Перевод В. В. Бартольда, М.-Л., 1962.
  9. Юсупов Р. М. Башкиры на рубеже тысячелетий//Проблемы этногенеза и этнической истории башкирского народа. Уфа, 2006, С.95-101.
  10. Юсупов Р.
  11. Бернштам А. Я., 1951. Очерк истории гуннов. Л., стр. 107.