Июлдә Раштыуа (фильм)
Сюжеты
Ябай офис хеҙмәткәре Джимми Макдональд ҙур ҡәһүә компанияһы иғлан иткән иң яҡшы девиз конкурсында еңеп сығырға һәм, ниһайәт, байырға хыяллана. Уның еңеүенә бер кем дә, кәләше Бетти ҙа һәм эштәге иптәштәре лә, ышанып етмәй. Һуңғылары уны шаяртырға теләйҙәр һәм ялған телеграмма ебәрергә ҡарар итәләр. Унда конкурс комиссияһы Джиммиҙы еңеүе менән ҡотлай һәм 25 мең долларлыҡ төп бүләкте алырға саҡыра. Шаяртыу бик тиҙ икенсе йүнәлеш ала. Хәбәрҙе Джимми үҙе генә түгел, ә уның етәксеһе лә ысын тип ҡабул итә, ул үҙенең «даһийына» шунда уҡ яңы вазифа тәҡдим итә. Ҡәһүә компанияһы хужаһы доктор Максфорд, комиссия ҡарарын көтөп арып, иркен һулап, «еңеүсегә» чек яҙып бирә. Магазин хужалары үҙ тауарының яртыһын уға теләп һата, ә уны Джимми, күп тә уйлап тормайынса, үҙе йәшәгән урам кешеләренә бүләк итеп таратып бөтөрә. Ошонан һуң ғына доктор Максфорд конкурсҡа йомғаҡ яһалмағанлығын белеп ҡала һәм чекты ғәмәлдән сығара. Магазин хужалары тауарҙарын кире ҡайтарырға тырыша, ә Джиммиҙың етәксеһе, Беттиҙың яҡлауы арҡаһында ғына, уны вазифаһында ҡалдыра. Фильм аҙағында конкурс комиссияһы рәйесе еңеүҙе Джимми уйлап тапҡан девизға тапшырырға хәл итеүҙәре хаҡында иғлан итә.
Ролдәрҙе башҡарыусылар
- Дик Пауэлл — Джимми Макдональд
- Эллен Дрю — Бетти Кейси
- Рэймонд Уолбёрн — доктор Максфорд
- Александр Карр — мистер Шиндел
- Уильям Демарест — мистер Билдокер
- Эрнест Трукс — мистер Бакстер
- Франклин Пэнгборн — Дон Хартман
- Род Камерон — Дик
- Адриан Моррис — Том
- Гарри Розенталь — Гарри
- Джорджия Кейн — миссис Макдональд
- Ферике Борош — миссис Шварц
- Торбен Майер — мистер Шмидт
- Джулиус Таннен — мистер Циммерман
- Алан Бридж — мистер Хиллбайнер
- Люсиль Уорд — миссис Кейси
- Виктор Потел — сауҙагәр
- Гарри Хэйден — мистер Уотербери
.
Раштыуа байрамын июлдә үткәреү тарихы
Австралияла һәм Яңы Зеландияла июль айында Раштыуа байрамы үткәрелә, сөнки июль — көньяҡ ярымшарҙа ҡыш. Ул ярым рәсми байрам һанала. Американдар байрамдарҙы ярата, шуға күрә бында ла киң таралыу ала.
Тәүге тапҡыр «Июль Раштыуаһын» билдәләүҙе Төньяҡ Каролинаның Бревард ҡалаһында ҡыҙҙар өсөн «Кейстоун» лагерына нигеҙ һалыусы миссис Фанни Холт тәҡдим итә. Беренсе байрам 1933 йылдың 24 — 25 июлендә, илдә Бөйөк торғонлоҡ ҡыҙған мәлдә үтә, шуға күрә миссис Фанни ҡыҙҙарҙың күңел асырға тырыша. Лагерҙа шыршы ҡуйылған, яһалма ҡар мамыҡтан эшләнгән. Ҡыҙҙар хоры Раштыуа йырҙарын башҡара, Кейстоун етәкселәре Ҡыш бабай һәм Клаус ханым булып кейенә һәм бүләктәр тарата. Байрам бөтәһенә лә оҡшай һәм йәйге лагерҙың үҙенсәлекле йолаһына әүерелә.
Аҡрынлап ғәҙәти булмаған «Раштыуа» тураһында башҡа йәйге лагерҙарҙа ла беләләр. Бөтә ил балалары был байрамды йылына ике тапҡыр үткәрергә теләк белдерә. Рәсми байрам булмаһа ла, ул бигерәк тә йәштәр араһында киң таралған. Ресторандар махсус ташламалар тәҡдим итә, ә төнгө клубтарҙа темаик кисәләр үтә[1].