Иҙебай Аҡбаев

Иҙебай Аҡбаев, шулай уҡ Иҙебай Янбаев (1732 йәки 1733 йылда тыуған — 1800 йыл) — мари халҡының күренекле вәкиле, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Пугачёв полковнигы.

Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыуы

Уҫы даруғаһы Бөрөбаш ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Мишкә районы) ябай крәҫтиәндән ғаиләһендә тыуған. Емельян Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы башланған И. Аҡбаев Салауат Юлаев ғәскәренә ҡушыла. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн полковник хәрби дәрәжәһе бирелә.

1773 йылдың декабрендә Аҡаев етәкселегендәге отряд Елдәк ҡәлғәһен яулап ала. 1774 йылдың ғинуар—апрель айҙарында ул Уҫа һәм Себер даруғаларында ихтилалсылар отрядтарын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша, халыҡты батша ғәскәрҙәренә ҡаршы көрәшкә саҡыра. Шул уҡ йылдың май—июнендә Бәхтийәр Ҡанҡаев етәкселегендәге берләшкән отряд составында Аҡаев О.И. Дуве етәкселегендәге хөкүмәт көстәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. Абдулла Туҡтаров менән берлектә Өфө менән Екатеринбург араһындағы юлды контролдә тота.[1]

Эҙәрлекләнеү һәм ҡулға алыныу

1774 йылдың көҙөндә, октябрҙә, Аҡаев Ташкир ауылында тотҡонға эләгә. Ул Ҡазандың Йәшерен комиссияһына тапшырыла һәм унда һорау алыуҙар һәм тән язаларына дусар ителә. Эҙәрлекләү һөҙөмтәләре буйынса Акаевты Ырымбурға оҙаталар һәм каторга эштәренә хөкөм итәләр. Һуңыраҡ ул волость хакимиәтенең ҡарамағына тапшырылар.

Һорау алыуҙарҙың береһендә Аҡаев үҙенең йөҙләп мобилизацияланған “казактар” менән Өфө юлына разведка маҡсатында ебәрелеүе тураһында һөйләй. Уларҙың бурысы — батша ғәскәрҙәренең урынлашыуын күҙәтеү һәм уның тураһында Салауат Юлаевҡа хәбәр итеү була.

Иҙебай Аҡаев тарихта Крәҫтиәндәр һуғышында баш күтәреүселәр яғында торған мариҙарҙың береһе булараҡ ҡалған, үҙ ерен ғәҙеллек һәм азатлыҡ өсөн яҡлаған шәхес. Уның ғүмере, ауыр һынауҙар һәм көрәштәргә тулы булыуына ҡарамаҫтан, үҙ эшенә тоғролоҡ һәм батырлыҡ өлгөһө булып тора.[2]

Иҫкәрмәләр

  1. Инга Гвоздикова. Салават Юлаев: исторический портрет. Хронос. Всемирная история в интернете.
  2. Лик Салавата. МСОО Всемирный Курултай башкир.

Һылтанмалар