Иҙрисов Мәхмүтйән Мөҙәрис улы
Иҙрисов Мәхмүтйән Мөҙәрис улы (рус. Идрисов Махмутзян Мударисович; 20 февраль 1948 йыл — 24 ғинуар 2022 йыл) — СССР һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1988 йылдан КПСС-тың Краснокама район комитетының икенсе секретары, артабан район Советы башҡарма комитеты рәйесе; 1991—2003 йылдарҙа район хакимиәте башлығы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Краснокама районының почётлы гражданы (2019).
1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул иткән [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге|Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы]] депутаты, халыҡ депуттары советы, идара үҫеше һәм үҙидара мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы.
Биографияһы
Мәхмүтйән Мөҙәрис улы Иҙрисов 1948 йылдың 20 февралендә Башҡорт АССР-ының Краснокама районы Күпербаш ауылында тыуған.
Милләте башҡорт, юғары белемле — 1979 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, 1992 йылда Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлаған.
1966—1967 йылдарҙа Аксенов ауыл хужалығы техникумында уҡый, артабан Совет Армияһыда хеҙмәт итә һәм, запасҡа сығарылғас, уҡыуын дауам итә. Хеҙмәт юлын 1971 йылда, техникумды тамамлағас, Краснокама районы колхоздарында зоотехник булып башлай. 1975—1983 йылдарҙа «Красный партизан» колхозының партия ойошмаһы секретары. 1983—1985 йылдарҙа Краснокама районы «Маяҡ» колхозы рәйесе. 1988 йылдан халыҡ депутаттарының Краснокама район Советы башҡарма комитеты рәйесе; 1991—2003 йылдарҙа район хакимиәте башлығы.[2]
Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советына депутат итеп һайлана, Юғары Советтың халыҡ депуттары советы, идара үҫеше һәм үҙидара мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы. [3]
Хеҙмәт ветераны 2022 йылдың 24 ғинуарында вафат булды[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Краснокама районының почётлы гражданы (2019)[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Башинформ / под ред. В. А. Валерьевич — 1992.
- ↑ // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34
- ↑ Ушел из жизни экс-глава Краснокамского района Башкирии Махмутзян Идрисов. ИА «Башинформ», 26 января 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2022)
- ↑ Администрация муниципального района Краснокамский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почётные граждане 2022 йылдың 27 ғинуар көнөндә архивланған.
Сығанаҡтар
- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге]]
Һылтанмалар
- 12 созыв (БАССР) Краснокама районы, 229-сы Редькин һайлау округы
- И это были не самые лёгкие времена. МИНИСТЕРСТВО СЕЛЬСКОГО ХОЗЯЙСТВА РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН. Официальный сайт. Новости районов. 25 февраля 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2022)