Иңкештәр
Ҡыҫҡаса биологик мәғлүмәт
Тәне 3,5 см тиклем оҙонлоҡта, ҡуйы төклө, ҡара, аҡ, сағыу ерән һәм һары һыҙатлы. Инә һәм эшсе заттарҙың (үҫешеп етмәгән инә бөжәктәр) ҡаяуы бар; артҡы сирағы һеркә ташыуға яраҡлашҡан: оҙон ныҡлы төк менән уратылған уйымы бар. Ата заттар (әре ҡорттар) оҙон мыйыҡлы, ҡушылыу ҡыҫҡыстары бар, инә бөжәктәрҙән вағыраҡ, эшсе заттарҙан ҙурыраҡ. Ояны (йомро, төҙөк булмаған овал күҙәнәкле, ҡоро үлән ҡатыш балауыҙҙан эшләнгән) аталанған ҡышлап сыҡҡан инә зат яҙын кимереүселәрҙең буш өңөндә, таш араһында, мүк аҫтында төҙөй. Кәрәҙ күҙәнәгенә 8—16 (оҙонлоғо 2—4, диам. 0,5—1,0 мм) йомортҡа һала. 5—6‑сы көнгә йомортҡаларҙан балағорттар сыға, улар 10—12, ҡурсаҡтар 2 аҙна үҫә. Эшсе заттар май аҙағында—июндә сыға, ата һәм инә заттар — августа. Башҡортостан Республикаһы шарттарында миҙгеленә бер нисә быуын үҫә. Аталанған йәш инә заттар ҡышлай.
Йәшәйеше
Иңкеш көндөҙ әүҙем. Сәскәле үҫемлектәр нектары һәм һеркәһе менән туҡлана. Бөтә ерҙә лә осрай. Иңкеш үҫемлектәрҙе, бигерәк тә клеверҙарҙы һеркәләндерә. Әрмән иңкеше, үҙгәреүсән иңкеш, таңҡа иңкеше Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Иңкештәр геральдикала
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Шмели // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Определитель насекомых Дальнего Востока России. Т. IV. Сетчатокрылообразные, скорпионницы, перепончатокрылые. Ч. 1. / под общ.ред. П. А. Лера. — СПб.: «Наука», 1995. — С. 552—553. — 606 с. — 3150 экз. — ISBN 5-02-025944-6..
- Иңкештәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
- Башҡорт энциклопедияһы 2021 йылдың 15 ғинуар көнөндә архивланған.