Иҫке Сәсҡаб

Иҫке Сәсҡаб (татар. Иске Чәчкаб, рус. Старые Чечкабы) — Татарстандың Ҡайбыҫ районындағы татар ауылы. 2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 450 кеше.

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Оло Ҡайбыҫ): 5 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Оло Ҡайбыҫ): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡоланғы): 25 км

Халыҡ һаны

Халыҡ һаны
Йылдар 1646 1721 1744 1762 1795 1834 1858 1900 1913 1920 1923 1926 1928 1941 1957 2000 2010
Бөтәһе 325 309 463 999 1120 1009 519 726 819 984 901 461 442
Ир-егеттәр 5 59 62 74
Ҡатын-ҡыҙҙар

Ауылдың милли составы татарҙарҙан ғына тора. Ауылда 146 йортта 463 кеше йәшәй.[3] 2010 йылда даими йәшәүселәр һаны 442 кеше.

Был яҡҡа килеп урынлашҡан беренсе "сәскәлеләр" Болгар дәүләте кешеләренән булалар, был хаҡта ҡәбер өҫтөндәге бер яҡ ситендә төҙөп сығылған таштар дәлилләй. Ләкин шул уҡ ваҡытта ауылда мишәр халҡы ла нигеҙ һалыуы билдәле. Элек ауылда шулай уҡ татарҙар менән бергә мордва (Агиш яғы), сыуаштар йәшәгән. Ауылда бөгөн дә мордваларға хас текст ҡулланыла, мәҫәлән: лапаҫ, тирмән, ырҙын табағы, аҡ бал, штат, эшләпә, миләш, баҡраҡ, аксай, каки һ.б. Ләкин был халыҡтар йә һуңыраҡ күсенеп киткәндәр, йәғни Ислам дине тәьҫирендә татарлашҡан.[4]

1593-1630 йылдарҙа ауылдың халҡы күп Быуа яҡтарына күсенә. Мәҫәлән, унда Яңы Сәсҡап тигән татар ауылынана нигеҙ һалалар. Шулай уҡ, ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Сәсҡаб ауылынан сыуаштар хәҙерге Быуа районы Сураҡ ауылы ерҙәренә күсенгән тип тә уйланыла.[4]

Билдәле шәхстәре

Иҫке Сәсҡаб ауылынан өс кеше Татар энциклопедияһына лә индерелгән, улар – Ғабделлатиф Алкин дин көрәшсеһе булараҡ, Шәйхулла Алкин – милләт көрәшсеһе, яҙыусы булғанға. Һәм Рәйес Борһанов ғалим булараҡ.[4]

Тел

Иҫке Иҫке Сәсҡаб ауылы халҡы Тау яғында таралған татар теленең норлат һөйләшендә һөйләшә. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса халыҡтың 100% - ы ла татарса, 80.5% - ы (387 кеше) урыҫса белә.

Климат

Климат уртаса континенталь. Кёппен-Гейгер климаттар классификацияһы буйынса климаттың коды: Dfb[5]. Уртаса йыллык һауа температураһы 4.3 °C.[6]

Иҡтисады

Ауыл халҡының күбеһе район үҙәгенә барып, Закиров ис. хужалыҡта эшләй, йорт яны хужалыгында ауыл хужалығы менән шөғөлләнә. Шулай уҡ шәхси магазин тотоусылар ла бар.

Ауылда бөгөнгәсә колхоз һаҡланып килә. Шулай уҡ фермер хужалыҡтары ла бар. Ауыл хужалыгында төп тармаҡтар: һөт-ит тереклеге, һарыҡсылыҡ, бал етештереү, иген игеү.[7]

Социаль өлкә

Ауыл мәсете

Иҫке Сәсҡаб мәсеттең Әбей батша заманына булыуын уҡ 1771 йылғы "Май айы Приговоры"нда әйтелә. Ул мәсет соҡорҙа була, сөнки был ваҡыт тау өҫтөнә мәсет төҙөү рөхсәт ителмәгән. Мулла вазифаһын Ғәбделвәли Габдрахманов үтә.[4]

Рәсми рәүештә мәхәлләнең барлыҡҡа килеүе 1790 йылдың йәйе.[4]

Сәсҡаб мәктәбе

Ауылда беренсе мәктәп 1890 йылда асыла.

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң яңы урында 8 йыллыҡ мәктәп йорто төҙөлә.[8]

1995 йылда беренсе тапҡыр мәктәп урта дөйөм белем биреү статусын ала һәм 1997 йылда беренсе уҡыуҙыҙар мәктәпте тамамлай. 1997 йылдан яңы урында "Альфа" төҙөлөш фирмаһы тарафынан 108 кешелек яңы ике ҡатлы бина һалына. Бында, был мәктәп, балалар баҡсаһы урынлашҡан.[9] 2011 йылдан 9 йыллыҡ мәктәп.[10]

Сәсҡаб балалар баҡсаһы

Сәсҡаб балалар баҡсаһы 1968 йылдың 29 ноябренән эшләй башлай.[4] Балалар баҡсаһының төп маҡсаты: балалар сәләмәтлеген һаҡлау һәм һау-сәләмәт йәшәү рәуеше формалаштырыу. Бында бер генә идарасы һәм ике тәрбиәсе эшләй. Төрлө йәштәге бер балалар төркөмдә шөғөлләнәләр. Тәрбиә һәм уҡыу-уҡытыу эштәре татар телендә алып барыла.[8]

Рәсемдәр

Сығанаҡтар

  • Кадыйр Галим. «Эзле Чәчкаб». Казан. 2004.

Категориялар