Йосопова Нәфисә Ислам ҡыҙы
Нәфисә Ислам ҡыҙы Йосопова (рус. Юсупова Нафиса Исламовна; 1953 йылдың 26 ғинуары, Прилуки[d], Чернигов өлкәһе — 2023 йылдың 19 марты, Өфө) — СССР һәм Рәсәй ғалим-физигы. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1988)[1].
Биографияһы
Нәфисә Ислам ҡыҙы Йосопова 1953 йылдың 26 ғинуарында Украина ССР-ы Чернигов өлкәһенең Прилуки ҡалаһында, атаһы — Өфө дәүләт авиация техник университеты профессоры Ислам Йосоп улы эшләгән ерҙә тыуа[2]
1975 йылда Воронеж дәүләт университетын тамамлай.
Шул уҡ йылда Өфө дәүләт авиация техник университетында эшләй башлай.
1987—1988 йылдарҙа Дрезден Техник университетында стажировка үтә (Германия Демократик Республикаһы)[3].
1989 йылдан — информатика һәм робототехника факультеты деканы, бер үк ваҡытта 1998 йылдан — иҫәпләү математикаһы һәм кибернетика кафедраһы мөдире[4].
Техник фәндәр докторы (1998), профессор (1998).
Оҙаҡ йылдар мәғлүмәт технологиялары, компьютер фәндәре буйынса халыҡ-ара конференцияларҙы ойоштороусы һәм программа комитеты рәйесе, «Системная инженерия и информационные технологии» фәнни журналын сығарыу инициаторы һәм уның баш мөхәррире була. Төрлө йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы эксперты, мәғлүмәт технологиялары буйынса РФФИ эксперт советы ағзаһы, Рәсәйҙең яһалма интеллект ассоциацияһы ағзаһы, яһалма интеллект методологияһы буйынса Рәсәй Фәндәр академияһы Ғилми советының Башҡортостан бүлексәһе рәйестәше, Германия информатиктары йәмғиәте ағзаһы булып тора[3].
2023 йылдың 19 мартында Өфө ҡалаһында вафат була[5].
Фәнни эшмәкәрлеге
Фәнни эшмәкәрлеге яһалма интеллект теорияһына бағышлана. Ул ҡамасаулыҡтар һәм киҫкен хәл-торош шаттарында ҡатмарлы техник объекттар менән идара итеү методологияһын, хәүефле объекттар тураһында күҙаллауҙар һәм аварияларҙың ихтимал булған үҫеш сценарийы моделен, банкротлыҡ хәүефе янауға ярашлы предприятиеларҙы калссификациялау ысулын һ.б. эшләй[6].
400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 44 уйлап табыу авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000).
• Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007).
• «СССР-ҙың уйлап табыусыһы» билдәһе (1988).
• «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл» юбилей миҙалы (2019)[7].
Фәнни хеҙмәттәре
- Университетские образовательные программы. Модели и методы для сопоставительного анализа опыта разных стран. М., 2006 (соавт.);
- Информационное обеспечение управления и контроля. М., 2008 (соавт.);
- Философские и прикладные вопросы методологии искусственного интеллекта. М., 2009 (соавт.) и др[8].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Юсупова Нафиса Исламовна. Башкирская энциклопедия. Региональный интерактивный энциклопедический портал. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 ноябрь 2025. Архивировано 19 май 2024 года.
- ↑ В УГАТУ появилась мемориальная доска в честь фронтовика. ИА «Башинформ». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 ноябрь 2025.
- ↑ 1 2 Нафиса Исламовна Юсупова
- ↑ Юсупова Нафиса Исламовна (26.01.1953 – 19.03.2023). Системная инженерия и информационные технологии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 ноябрь 2025. Архивировано 20 апрель 2021 года.
- ↑ Мария ЧЕБАКОВА. В Уфе скончалась профессор УГАТУ. Prufy.ru | Новости (20 март 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 ноябрь 2025.
- ↑ Известные учёные. Архивировано 25 июнь 2019 года.
- ↑ Награждение юбилейной медалью «100 лет образования Республики Башкортостан»
- ↑ Ситуационно-ориентированные базы данных- современное состояние и перспективы исследования