Йыһаншин Ғәлимйән Кәрим улы
Биографияһы
Ғәлимйән Кәрим улы Йыһаншин 1940 йылдың 11 майында Ярославль өлкәһенең ҡала тибындағы Константиновский ҡасабаһында тыуған.
1966 — Өфө нефть институтын тамамлай.
1960—1962 — Черниковкала Өфө нефть эшкәртеү заводында эшләй.
1966—1967 — Өфө нефть институты уҡытыусыһы.
1970—1972 — Новосибирский ҡалаһында СССР Фәндәр Академияһының Себер бүлеге Г. К. Боресков исемендәге Катализ институтында кесе ғилми хеҙмәткәр вазифаһында эшләй.
1972 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1973—1976 — Алжирҙың Нефть һәм газ Милли институты (Бумердес ҡалаһы) преподавателе 1977—1991 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр, Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры. бер үк ваҡытта 1991 йылдан Өфөләге «ИМПА Инжиниринг» ғилми-производство фирмаһы директоры һәм
2001 йылдан — Өфөләге «IМРА engineering» предприятиеһының баш ғилми етәксеһе. Техник фәндәр докторы (1999). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1991).
2016 йылдың 18 июлендә Өфөлә вафат була.
Һөнәри ҡаҙаныштары
Нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәт процестарына шыйыҡсалы экстракциялы технологияларҙы камиллаштырыуға үҙ өлөшөн индерә. Ғәмәлдәге ҡорамалдарҙа йылы һәм масса алмашыу процестарын шәбәйтеү мөмкинлеген биреүсе, минерал майҙарҙың ҡиммәтле компоненттары сығыуы артыуын тәьмин итеүсе, экстракторҙарҙың етештереүсәнлеген үҫтереүсе, техник-иҡтисади күрһәткестәрҙе яҡшыртыусы контакт һәм таратып биреү ҡоролмалары булдыра.
Ғалимдың асыштары Ангарск, Рязань, Өфө һ. б. һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге нефть эшкәртеү предприятиеларында ҡулланыла.
Үҙ-ара масса менән алмашыу процестары өлкәһендә 200-ҙән артыҡ фәнни эш һәм 37 уйлап сығарыу авторы.
1991 йылда году была создана Научно-производственная фирма «ИМПА» фәнни-производство фирмаһы (хәҙер — ИМПА Инжиниринг) төҙөлә[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- 1991 — СССР-ҙың уйлап табыусыһы
Хеҙмәттәре
- Трубчатые печи: назначение, конструкции, расчёты и безопасность эксплуатации. Уфа, 2006 (соавт.).
- Йыһаншин Ғ. К. етәкселегендә техник-иҡтисади күрһәткестәрҙе яҡшыртыусы контакт һәм таратып биреү ҡоролмалары, ғәмәлдәге ҡорамалдарҙа йылы һәм масса алмашыу процестарын шәбәйтеү мөмкинлеген биреүсе, минерал майҙарҙың ҡиммәтле компоненттарын сығарыуҙы арттырыуҙы тәьмин итеү, экстракторҙарҙың етештереүсәнлеген үҫтереү һ. б. башҡарылды.
Иҫкәрмәләр
- ↑ http://www.impa-ufa.ru/about_us/senior_staff/ «ИМПА Инжиниринг»]
Һылтанмалар
- Йыһаншин Ғәлимйән Кәрим улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Зиганшин Галимзян Каримович 2020 йылдың 7 ғинуар көнөндә архивланған.
- ООО «ИМПА Инжиниринг», г. Уфа, ул. Мира, 61
- «ИМПА Инжиниринг»