Йүкәтау (һырт)
Йүкәтау (рус. Жукатау) — Көньяҡ Уралда Силәбе өлкәһе Һатҡы районындағы тау һырты. Көнсығыштан көнбайыш йүнәлешенә табан оҙонлоғо — 10 километр[1].
Этимологияһы
Йүкәтауҙа йүкә ағастары үҫкәнгә шулай аталғандыр тиҙәр. Әммә был тауҙа йүкә бик һирәк осрай. Шуға ла икенсе фараз бар: ул инде тауҙың атамаһы Йүкәтау түгел, ә һырт киңлеге тар, йоҡа тигәнгә ишара яһап, Йоҡатау була тигән фараз тыуҙыра.[2]
Һүрәтләмә
Йүкәтау Беренсе һәм Икенсе Ағиҙел йылғалары араһында һыу бүлеге булып тора. Иң юғары нөктә - Икенсе Липовая тауы (уның бейеклеге 692,5 метр тәшкил итә). Һырт башлыса кварц-серицит-балсыҡлы һәм ҡомло сланецтарҙан тора. Тирә-яғында магма тау тоҡомдары сығыу урындары бар— диариттар һәм габбро. Шулай уҡ доломит та бар[2]
Йүкәтау һыртының көньяҡ осо Бирҙәүеш станцияһы яғында. Тап ошо һыртты поезд пассажирҙары төньяҡтан күрәләр ҙә инде. Төньяҡ осо Әй йылғаһына барып тоташа, йылға был һырты ҡапыл боролоп, ағып үтә.
Был район яуым-төшөмдөң күп булыуы менән айырылып тора. Ҡыш көндәре бында бик йыш ҡар яуа. Йәйен ямғырҙар ҙа яуып тора.
Тауҙар матур һәм битләүҙәренең урман менән ҡапланған булыуы менән иғтибарға лайыҡ. Тау түбәһенән Бирҙәүеш ҡасабаһын һәм Әй йылғаһын ғына түгел, ә Мәсәғүт дала утрауын да күрергә мөмкин.
Йүкәтау эргәһендә пейзаждар төшөргәндәр, бигерәк тә тәбиғәт менән бергә тимер юлдарың фотоға төшөүселәр айырыуса ҙур ләззәт аласаҡ. Бынан тыш, Йүкәтау эргәһендә Көньяҡ Уралдың төп иҫтәлекле урындарының береһе — «Пороги» комплексы урынлашҡан[3][4].