Йәшелсә үҫемлектәр

Йәшелсә үҫемлектәр — үләнле үҫемлектәр, һутлы өлөштәре аҙыҡ итеп ҡулланыуға яраҡлы тәбиғәттә үҫкән йәки культуралы үҫтерелгән үҫемлектәр[1]. Улар йәшелсә сығанағы булып тора, сей килеш аҙыҡҡа яраҡлы йәки аш-һыу әҙерләүҙә төрлө ризыҡтар һәм соустар әҙерләү өсөн мөһим ингредиент булараҡ ҡулланыла. Юилдәле булған 1200-ҙән ашыу йәшелсә үҫемлеге төрөнөң яҡынса яртыһы[2] йәшелсә культуралары булараҡ үҫтерелә, был маҡсатта ауыл хужалығында айырым тармаҡ — йәшелсәселек бар. Йәшелсә үҫемлектәренең башҡа төрҙәренә тәбиғәттән йыйып алынған үҫеилектәр инә.

Йәшелсә үҫемлектәре 78 ботаник ғаиләгә ҡарай, уларҙың 19-ы — бер өлөшлө, ә 59-ы ике өлөшлө үҫемлектәр.

Йәшелсәләр сығанағы булып үҫемлектәрҙең төрлө өлөштәре хеҙмәт итә ала: емештәр, япраҡтар, ]үрентеләр, һабаҡтар, һуғанбаштар, тамырҙар (тамыраҙыҡтар). Айырым сығанаҡтар ҡайһы бер бәшмәктәрҙе лә йәшелсә үҫемлектәренә индерә, мәҫәлән, аҡ көләпәрәләрҙе лә. Ғәҙәттә, емеш, еләк, сәтләүек, орлоҡ биргән үҫемлектәрҙе йәшелсә үҫемлектәренә индермәйҙәр, әммә ҡайһы бер осраҡта ҡабаҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡарбуз, ҡауын, ҡабаҡ кеүек баҡса культуралары йыш ҡына йәшелсәгә ҡараған булып иҫәпләнә.

Үҫемлектең ниндәй өлөшө аҙыҡ әҙерләү өсөн ҡулланылыуына ҡарап, йәшелсә үҫемлектәрен түбәндәге төрҙәргә бүлеп ҡарайҙар:

  • емешле йәшелсә үҫемлектәр
  • япраҡлы йәшелсә үҫемлектәр, йәғни салат культуралары
  • һуғанлы йәшелсә үҫемлектәр
  • тамыраҙыҡлы йәшелсә үҫемлектәр

Йәшелсә үҫемлектәре бер йыллыҡ, ике йыллыҡ һәм күп йыллыҡ төрҙәргә бүленә. Бер йыллыҡ үҫемлектәрҙең үҫеш циклы орлоҡтан шытып сығып, емеш биреүгә тиклем бер үҫем миҙгеле эсендә башҡарыла, шунан үҫемлек тулыһынса һулыу менән тамамлана. Ике йыллыҡ үҫемлектәрҙең тәүге йылда йәшелсә сығанағы булып торған органдары барлыҡҡа килә, ә икенсе йылда орлоҡ өлгөрөү осоро була. Күп йыллыҡ йәшелсә үҫемлектәре бер нисә йыл дауамында күп тапҡыр емеш бирә һәм аҙыҡ органдары сығанағы булып тора.

Йәшелсә үҫемлектәренең яҡынса 120 төрө, 55 йәшелсә культураһына ҡараған төрө ауыл хужалығында киң ҡулланыла һәм бөтә ерҙә лә үҫтерелә. Донъяла йыл һайын 400 миллион тонна йәшелсә продукцияһы етештерелә, улар араһында төп өлөштө помидор тәшкил итә, унан һуң баҡса культуралары килә. Киң таралған йәшелсә культураларынан тыш, донъяның бер нисә илденең торған айырым төбәктәрендә генә билдәле булған, аҙ билдәле йәшелсә үҫемлектәр ҙә бар.

Иҫкәрмәләр

  1. Ҙур совет энциклопедияһы: Йәшелсә үҫемлектәр
  2. Ипатьев, 1966, с. 7

Әҙәбиәт

Категориялар