Кабо-Вердела ислам

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Викидата элементы юҡ
Кабо-Вердиҙың дәүләт флагы
Кабо-Вердиҙың топографик картаһы

Кабо-Вердела ислам(порт. O Islã em Cabo Verde, ғәр. الإسلام في الرأس الأخضر‎) ― Кабо-Верде дәүләтендә тарафдарҙары булған аҙ һанлы, әммә тиҙ үҫеш ала барыусы дин[1].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кабо-Верде йәшәүселәрҙең күбеһе ― христиандар. Католик дине тарафдарҙары, күп быуатлыҡ Португалия хакимлығы йоғонтоһонда нығыған, илдә берҙән-бер ҙур дини йәмәғәтте тәшкил итә: 2010 йылға ― ил халҡының ~80 % — ы[2].

Ислам[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ислам ― илдә иң ҙур әҙселек дине булып тора[3]. Кабо-Вердиҙың мосолман йәмәғәте ― әҙ һанлы, әммә тиҙ үҫеш ала барыусы дини йәмәғәт[1]. Ислам был илгә Көнбайыш Африканан үтеп кергән. Кабо-Верде мосолмандары ― күпселектә Сенегалдан һәм башҡа Африка илдәренән күскән мөһажирҙәр йәки элекке мөһәжирҙәрҙең бында төпләнгән нәҫеле. Мосолмандар Кабо-Вердела сауҙа (ваҡ сауҙа, сувенирҙар һатыу) менән шөғөлләнә. Кабо-Вердела мосолмандарының теүәл тураһында дөрөҫ мәғлүмәт сығанаҡтары юҡ[1].

Урындағы A Semana (Аҙна, en) баҫмаһында сыҡҡан мәғлүмәт буйынса, Кабо-Верде мосолмандары Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең тыуған көнөн (Мәүлит байрамы) билдәләп үтәләр[4].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Cape Verde, U.S. Department of State. 12 декабрь 2016 тикшерелгән.
  2. State.gov
  3. International Religious Freedom Report 2007: Cape Verde. United States Bureau of Democracy, Human Rights and Labor (September 14, 2007). This article incorporates text from this source, which is in the public domain.
  4. Comunidade Islâmica em Cabo Verde celebra o nascimento do profeta - Primeiro diário caboverdiano em linha - A SEMANA. www.asemana.publ.cv. Дата обращения: 12 декабрь 2016. Архивировано из оригинала 11 октябрь 2016 года.