Калинина Ида Павловна

Калинина Ида Павловна (21 октябрь 1926 йыл — 5 февраль 2015 йыл[1]) — СССР һәм Рәсәй селекционеры, емеш-еләк культуралары өлкәһендә белгес. ВАСХНИЛ академигы (1982, 1978 йылдан ағза-корреспондент), РФА академигы (2013). Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1974). Профессор (1996).

Биографияһы

Ида Павловна Калинина 1926 йылдың 21 октябрендә Ойрот автономиялы өлкәһенең Улала ҡалаһында тыуған (хәҙер — Таулы-Алтай, Алтай Республикаһы). К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһын тамамлай (1951).

Алтай баҡсасылыҡ тәжрибә станцияһында (Таулы-Алтай ҡалаһы) кесе, өлкән ғилми хеҙмәткәр, селекция бүлеге мөдире, директоры (1951—1973) булып эшләй. М. А. Лисавенко исемендәге Себер баҡсасылыҡ ғилми-тикшеренеү институтында (Барнаул ҡалаһы) директор (1973—1990), генетика һәм селекция бүлегенең баш ғилми хеҙмәткәре (1990 йылдан) була.

1986 йылда 41-се БМО-ның Генераль Ассамблеяһы эшендә ҡатнаша. Урындағы халыҡ депутаттары Советтарына һайлана (1955—1973), Таулы-Алтай автономиялы өлкәнән 8-11 саҡырылыш СССР Юғары Советы Милләттәр Советына (1970—1989) депутат[2], совет ҡатын-ҡыҙҙары комитетына ағза (1983—1990), Тыныслыҡ яҡлау Советына ағза (1984—1990), Алтай крайы Тыныслыҡты яҡлау комитетына рәйес (1970—1990) булып һайлана. 2003 йылдан Алтай крайы Губернаторы янындағы ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт палатаһы ағзаһы булып тора. Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһының Себер бүлексәһе президиумы ағзаһы итеп һайлана, «Баҡсасылыҡ», «Земля сибирская и дальневосточная» журналдарының редколлегия ағзаһы була, РСФСР ауыл хужалығы культуралары сорттарын һынау буйынса Дәүләт комиссияһы ағзаһы булып һайлана.

150-нән ашыу емеш һәм еләк культуралары — алмағас, сейә, һырғанаҡ, ҡарағат, балан, айыу баланы сорттары авторҙашы.

Барнаулда Власихинский зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2009)
  • Ленин ордены (1970)
  • Октябрь Революцияһы ордены (1972)
  • СССР-ҙың 7 миҙалы
  • И. В. Мичурин исемендәге алтын миҙал
  • ВДНХ миҙалы
  • СССР Дәүләт премияһы (1981)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997)
  • Алтай крайының почётлы гражданы (2006)

Төп хеҙмәттәре

  • Селекция яблони на Алтае: монография. — Барнаул, 1976, — 351 с.
  • Облепиха (Е. И. Пантелеева) Достижения селекции плодовых культур и винограда. — М., 1983. — С. 177—189.
  • Сады Алтая. — Барнаул, 1987. — 39 с.
  • Система ведения садоводства и овощеводства в Алтайском крае / Соавт.: С. Н. Хабаров и др. — Новосибирск, 1992. — 88 с.
  • Итоги и перспективы селекции плодовых и ягодных культур // Науч. основы садоводства Сибири. Новосибирск, 1996. С. 3-14.
  • Плодовые, ягодные и декоративные культуры: Каталог / Соавт.: Е. С. Орехова и др. — Барнаул, 1997. — 24 с.
  • Проблемы совершенствования сортимента яблони на Алтае // Вестн. РАСХН. 1999. № 4. С. 17-21.
  • Помология. Сибирские сорта плодовых и ягодных культур XX столетия З. П. Жолобова, Н. В. Ермакова и др. — Новосибирск, 2006. — 586 с.
  • 107 емеш-еләк культуралары сортына авторлыҡ танытмаһына эйә.

Категориялар