Канев тәбиғәт ҡурсаулығы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Канев тәбиғәт ҡурсаулығы
Административ-территориаль берәмек Черкассы өлкәһе
Дәүләт
Майҙаны
  • 8634,88 гектар
Нигеҙләү датаһы 30 июль 1923
Рәсми сайт kanivbiosfera.at.ua
Рәсем
Әһәмиәтле урын Канев[d]
Категория защищённых зон МСОП категория МСОП Ia: строгий природный резерват[d]
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Канев тәбиғәт ҡурсаулығы (укр. Канівський природний заповідник) — Канев районының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан тәбиғи ҡурсаулыҡ (Черкасск өлкәһе, Украина). 1923 йылдың 30 июлендә булдырылған. Майҙаны — 2027 гектар (5%-ы һыу ятҡылығына тура килә).

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

УССР-ҙың Халыҡ Наркомземы коллегияһы ҡарарына ярашлы 1923 йылдың 30 июлендә ойошторола.

1951—1968 йылдарҙа — Украинаның Халыҡ коллегияһының уҡыу-тикшереү урман хужалығы статусына эйә була.

1968 йылдың 12 ноябрендә УССР-ҙың Министрҙар Советы 568-се ҡарары менән уға ҡурсаулыҡ статусы кире ҡайтарыла. УССР-ҙың Министрҙар Советы 1986 йылдың 22 декабрендәге 717-р һанлы ҡарары менән ҡурсаулыҡтың майҙанын 2027 гектарға тиклем арттыра.

Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төп бурыстары: уникаль тәбиғәт комплекстарын һаҡлау, эталон урман урыны булдырыу, төрлөлөктө һаҡлау, тәбиғәттә барған үҙгәреш процестарын күҙәтеү.

Ҡурсаулыҡ ике өлөштән тора: материк (Днепрҙың уң яҡ яр һәм тауҙарын ҡаплаған урмандар) һәм утрауҙар (Круглик һәм Шелест, Каневский һыуһаҡлағысындағы Змеиный утрауы). Материк өлөшө —1415 гектар, утрауҙан өлөшө — 602 , акватория 10 гектар урынды биләй. Ҡурсаулыҡ тирәләй һаҡлау зонаһына 1351 гектар ер билдәләнгән.

Флора һәм фауна[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡурсаулыҡта 990 төр көпшәле үҫемлек иҫәпләнә (Украина флораһының 20 проценты).

Тағын 170 төр лишайник, 138 — мүк һымаҡтарҙан, 1232 ысын бәшмәктәр төрө табылған.

Ҡурсаулыҡта Европаның ҡыҙыл исемлегендәге 5 төр үҫемлек, Украинаның Ҡыҙыл китабына ингән 29 төр , Берлин конференцияһындағы өҫтәмә исемлектән 175 төр үҫемлек үҫә .

Ҡурсаулыҡ биләмәһендә хайуандарҙан Европа ҡыҙыл исемлегенә индерелгән 26 төр һаҡлана.

83 төрө Украинаның Ҡыҙыл китабынанан, 6-һы Берлин конференцияһының өҫтәмә исемлегенән .

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]