Капица Андрей Петрович

Андрей Петрович Капица (9 июль 1931 йыл, Кембридж — 2 август 2011 йыл, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй географы һәм геоморфологы, Мәскәү университетының атҡаҙанған профессоры, география факультетының тәбиғәтте рациональ файҙаланыу кафедраһы мөдире[4], 1970 йылдан СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (һуңынан — Рәсәй Фәндәр академияһы).

Биографияһы

П. Л. Капицаның улы, А. Н. Крыловтың ейәне һәм һәм билдәле француз биохимигы Виктор Алексеевич Арниҙың туғаны (әсәһе Анна Алексеевна яғынан), билдәле географ И. И. Стебницкийҙың ейәне, Сергей Петрович Капицаның ҡустыһы. Ляпуновтар, Боголюбовтар, Филатовтар, Сараджевтар кеүек башҡа билдәле рус академик фамилиялы шәхестәргә туған.

1953 йылда Мәскәү дәүләт университетының география факультетын тамалай, һуңынан шул уҡ факультеттың геоморфология тәжрибә лабораторияһында эшләй. 1958 йылда — кандидатлыҡ, ә 1968 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Антарктидаға дүрт экспедицияла ҡатнаша. 1967—1969 йылдарҙа Фәндәр академияһының Көнсығыш Африкаға геофизик экспедицияһы етәксеһе була. Көнсығыш Антарктиданың боҙлоҡ ҡатламы үҙгәреше буйынса хеҙмәт яҙа. 1971 йылда Капица «Антарктика Атласын» әҙерләүҙә ҡатнашҡан өсөн СССР Дәүләт премияһы лпуреаты була[5].

XX быуаттың һуңғы географик асыштарының береһен яһай. Антакрктидаға 1955—1957 йылдарҙағы беренсе совет экспедицияһы һөҙөмтәләрен эшкәрткәндән һуң «Восток» станцияһы аҫтындағы боҙ ҡатламы аҫтындағы ҙур күл булыуын тураһында гипотеза белдерә. 1996 йылда уның гипотезаһы раҫлана[6].

1966—1970 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының география факультетын етәкләй[7]. 1970 йылда СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана. 1972 йылда Владивостокта СССР Фәндәр академияһының Алыҫ Көнсығыш фәнни үҙәгенең Тымыҡ океан география институтын төҙөү инициаторы һәм уның беренсе директоры була. 1977 йылда, ауырыуы сәбәпле, Мәскәүгә ҡайта. 1978 йылда шул уҡ факультетта Дөйөм физик география һәм палеогеография кафедраһы мөдире (1987 йылда үҙгәртеп ҡорғандан һуң — тәбиғәтте рациональ файҙаланыу кафедраһы)[8]. Бер үк ваҡытта 1978—1990 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Төп ғилми секретаре урынбаҫары һәм СССР Фәндәр академияһының күргәҙмәләр буйынса фәнни советының рәйесе була.

Кешелектең глобаль йылыныу һәм озон соҡорҙары барлыҡҡа килеүҙәге өлөшө һиҙелерлек түгел тип иҫәпләй[9][10].

Бер нисә, шул иҫәптән СССР Дәүләт премияһы (1971) һәм Д. Н. Анучин исемендәге премия лауреаты (1972). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002)[11].

Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған (23.06.1961, 8.07.1981).

2011 йылдың 2 авгусында 81-се йәшендә Мәскәүҙә вафат була[12]. А. П. Капица менән хушлашыу Мәскәү дәүләт университетында уҙа[13].

Файл:Памятник Андрею Капице Aksin'ino 2019.jpg
Андрей Капицаның Аксиньинск зыяратындағы ҡәбере.

Мәскәүҙең Аксиньинск зыяратында ерләнгән[14].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Kapica, Andrej Petrovič // Чешская национальная авторитетная база данных
  2. 1 2 Капица Андрей Петрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. http://int.rgo.ru/news/andrey-kapitsa-dies-in-moscow/
  4. Кафедра Рационального Природопользования МГУ (Тикшерелеү көнө: 3 август 2011)
  5. Атлас Антарктики: В 2-х тт. / Гл. ред. Толстиков Е. И. — Л.: Гидрометеоиздат, 1969. Т. 1: Карты; Т. 2. — 598 с.
  6. Kapitsa A. P. , Robin G. Q. de, Ridley J. K., Zotikov I. A. A Large Deep Freshwater Lake Between the Ice Sheet (инг.) // Nature. — 1996. — Vol. 381, no. 6584. — P. 684—686.
  7. О факультете. Географический факультет МГУ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2011.
  8. История. Кафедра рационального природопользования МГУ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2011.
  9. А. П. Капица и А. А. Гаврилов, «Подтверждение гипотезы о естественном происхождении Антарктической озоновой дыры» — Доклады РАН, 1999, т. 366, № 4, с. 543—546
  10. https://lenta.ru/conf/kapitsa/
  11. Указ Президента РФ № 1015. Kremlin.ru (21 сентябрь 2002). — «О награждении государственным наградами РФ». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2011. Архивировано 26 апрель 2013 года. 2013 йылдың 26 апрель көнөндә архивланған.
  12. Скончался Андрей Капица, первооткрыватель озера Восток в Антарктике. РИА Новости (3 август 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2011. Архивировано 18 февраль 2012 года.
  13. В Москве простились с известным российским учёным Андреем Капицей. 2019 йылдың 26 июль көнөндә архивланған.
  14. Могила А. П. Капицы

Тема буйынса өҫтәмә