Караидель (гәзит)

Караидель (гәзит) — Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районында сығарылған йәмәғәт-сәйәси район гәзите. Рус һәм татар телдәрендә донъя күрә (татарса исеме — Караидел хәбәрләре). Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы һәм ДУП РБ «Редакционно-издательский комплекс „Караидель“». Аҙнаһына ике тапҡыр баҫыла. 2003 йылдан алып гәзиттең башҡорт телендәге Хазина исемле ҡушымтаһы нәшер ителә.[1]

Тарихы

Гәзит 1933 йылдың 9 авгусында ойошторола. Беренсе һаны «Алға» исеме менән башҡорт телендә сыға, мөхәррире — Хәким Кәрим. Рус телендәге варианты «Вперёд» тип атала, уны Р. Солтанова редакциялай. Башта гәзиттәрҙе «За качество» һәм «Сифат өсөн» тип атау күҙаллана, әммә һуңынан исемдәр үҙгәртелә.

1934 йылда Ҡараиҙел районына килгән тел ғилеме буйынса комиссия татар әҙәби телен рәсми тел итеп тәҡдим итә. Ошоға бәйле, «Алға» гәзите татар теленә күсә.

1956 йылда Ҡараиҙел һәм Байҡыбаш райондарын берләштереү һөҙөмтәһендә гәзит «Ленинец» (татарса «Ленинче», һуңынан «Ленинчы») тип атала башлай һәм 1990 йылға тиклем шул исем менән баҫыла. 1990 йылдың 24 ноябренән гәзит хәҙерге исеме менән — Караидель булып сыға.

2003 йылдан башлап гәзиттең башҡорт телендә «Хазина» исемле ҡушымтаһы даими рәүештә донъя күрә.[2]

Типография

Гәзиттең тәүге һандары Ҡариҙел ауылында ҡул менән эшләүсе «Аугсбург» немец баҫма машинаһында баҫыла. Материалдар башта тулыһынса ҡул менән йыйыла. 1960–1970-се йылдарҙа типография яңыртыла: линотиптар, фотоҡойоу ҡоролмалары ҡуйыла, электр уты индерелә. 1995 йылда компьютерҙа вёрсткалау һәм офсет баҫма индерелә. 2000-се йылдарҙа типография базаһы яңыртыла, редакция эргәһендә продукцияны һатыу өсөн бәләкәй магазин асыла.[2]

Баш мөхәррирҙәр

Гәзиттең төрлө йылдарҙағы мөхәррирҙәре: Хәким Карим, Идеал Ишкилдиев (1958–1985), Рафиҡ Мустафин, Вячеслав Петунин (1988–1996, 2001–2008), Ринат Саетов, Гүзәл Тимуршина. 2008 йылдан алып гәзиттең баш мөхәррире — Рөстәм Марсель улы Ильясов.[2]

Бөгөнгө торошо

2020-се йылдарҙа гәзит аҙнаһына ике тапҡыр сыға, дөйөм тиражы яҡынса 4000 дана. Редакцияла 16 кеше эшләй, күпселек хеҙмәткәрҙәрҙең юғары педагогик йә гуманитар белемдәре бар. Гәзит мәктәптәр, белем биреү учреждениелары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып бара, райондағы социаль, иҡтисади һәм мәҙәни ваҡиғаларҙы яҡтырта.

Караиҙел гәзите төрлө республика конкурстарында еңеүҙәр яулай, шул иҫәптән — халыҡ иҫәбен алыу һәм юбилей сараларын яҡтыртыу буйынса. Гәзиттең ижади коллективында яҙыусы Рәис Риянов, шағирҙар Мөхәммәт Закиров, Александр Банников, Гүзәл Тимуршина кеүек билдәле ижадсылар эшләгән.[2]

Иҫкәрмәләр

  1. Фонд № 31. Редакция газеты "Караидель". Архивный путеводитель-справочник сведений по фондам архивов России, Белоруссии и ещё 4 стран.
  2. 1 2 3 4 Как создавалась наша газета. Газета "Караидель" История (21 май 2025).

Һылтанмалар


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.