Карл Либкнехт исемендәге ҡасаба

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Карл Либкнехт исемендәге ҡасаба
Административ-территориаль берәмек Городское поселение посёлок им К. Либкнехта[d][1]
Дәүләт
Нигеҙләү датаһы 1606
Почта индексы 307240
Административ үҙәге Городское поселение посёлок им К. Либкнехта[d][1]
Хөрмәтенә аталған Карл Либкнехт
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 171 метр
Урындағы телефон коды 47131
Халыҡ һаны


Карл Либкнехт исемендәге ҡала тибындағы ҡасаба Рәсәй Федерацияһының Курск өлкәһе Курчатов районында урынлашҡан]].

Карл Либкнехт исемендәге ҡасабаһы шул уҡ исемдәге ҡала биләмәһе статуслы муниципаль берәмеген барлыҡҡа килтергән һәм үҙ составына берҙән-бер тораҡ пункты кергән ҡасаба.[3].

Халыҡ — 7908 кеше (2017 йыл мәғлүмәттәре буйынса).

Ҡасаба Сейм йылғаһының һул ярында урынлашҡан (Десна йылғаһының ҡушылдығы). Тимер юл станцияһы: Курск — Иркутск тимер юл линияһындағы Блохино станцияһы.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тораҡ пункты 400 йылдан ашыу йәшәй. 1606 йылда Пенка йылғаһының ярында нигеҙләнгән. Тораҡ пункты элек Пены тип йаталған була, ләкин Карл Либкнехт хөрмәтенә уның исеме менән аталған. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан ҡасабала Карл Либкнехт исемендәге ремонт-механика оҫтаханаһы (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — завод) була, һуғыш башланыу менән ул бөтә персоналы менән бергә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 1941 йылда Ҡырғыҙ ССР-ына эвакуациялана. Сокулукский районынан эвакуацияланған оҫтахана ҡорамалдары базаһында Краснооктябрьский ҡала тибындағы ҡасабала тыл хеҙмәтсәндәренең героик тырышлығы менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Сокулукский заводы «Торгмаш» төҙөлә, ул бөтә илгә билдәле продукция : тағылма-цистерналар АЦПТ-0,9, ялан кухняһы КП-125М, автоцистерна 806 (АЦА-4.2-53А) ГАЗ-53-12 шассиһында һәм башҡа бик күп нәмәләр — сығара.

Ҡала тибындағы ҡасаба статусын 1930 йылда ала.

Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бетон заводы
  • Тимер ҡоролмалары эшләү заводы.
  • Машиналар төҙөү заводы (ябылған)
  • Шәкәр комбинаты (ябылған)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанағы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]