Кармаскалинская новь (гәзит)

Кармаскалинский новь (Ҡырмыҫҡалы яңылығы) — Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районында сыҡҡан рус телендә район ижтимағи-сәйәси гәзите. Гәзит татар телендә «Үзән» исеме менән һәм башҡорт телендә «Даирә» исеме менән нәшер ителә. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт дәүләт унитар предприятиеһы.

Тарихы

Гәзиттең тарихы 1930 йылда башлана. Тәүге һаны март айында башҡортса «Ҡырмыҫҡалы колхозсыһы» һәм русса «Колхозник» исеме менән донъя күрә. Башта баҫма «Башҡортостан» һәм «Коммунар» республика гәзиттәренең күсмә варианты булараҡ нәшер ителә.

  • 1932 йылдан 1954 йылға тиклем гәзит татар телендә «Колхозный путь» исеме менән сыға.
  • 1945 йылда урыҫ телендә элекке «Колхозник», 1953 йылдан «Колхозный путь» исемле гәзит нәшер ителә.
  • 1960 йылда ике гәзит берләштерелә, рус телендә «Трудовая Слава» исеме менән һәм татар телдәрендә «Хеҙмәт даны» гәзите сыға башлай, ә 1994 йылдан — башҡорт телендә сыға башлай.
  • 2006 йылдан гәзит ребрендинг (рус.)баш. кисерә. Башҡорт телендәге үҙаллы «Даирә» гәзите сыға[1], ә төп гәзит гәзит урыҫ һәм татар телдәрендә хәҙерге «Кармаскалинская Новь» һәм «Үзән» исемдәре менән нәшер ителә.

Архивта шулай уҡ 1933-35 йылдарҙа сыҡҡан «Комбайн» исемле район гәзитенең тиҫтәләгән һаны һаҡлана. Ул ваҡытта гәзит Машина-трактор паркының сәйәси бүлеге органы булған. Район гәзите башланған ваҡыттан «Колхоз юлы» гәзите менән уртаҡ һандар ҙа бар. Һуңыраҡ ул ВКП(б)-ның район комитеты, артабан КПСС-тың район комитеты һәм халыҡ депутаттары район Советы органы булараҡ эшләй һәм ошо вазифала 1991 йылға тиклем дауам итә[2][3][4].

Хәҙерге заман

Гәзиттә Ҡармаҫҡалы районы халҡы өсөн актуаль темалар киң яҡтыртыла: иҡтисад, социаль өлкә, мәҙәниәт, спорт һәм урындағы әһәмиәттәге башҡа мәсьәләләр. Редакция халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итеү һәм ауыл эшсәндәренең тормошон яҡтыртыу йолаларын һаҡлай, шул уҡ ваҡытта заман талаптарына яраҡлаша.

Редакция һәм наградалары

Гәзит редколлегияһы бер нисә тапҡыр һөнәри конкурстарҙа еңеүсе һәм призер булды. Уның ҡаҙаныштары араһында:

  • Волга буйы-Урал хәрби округында контракт буйынса ғәскәрҙәрҙе комплектлауҙы иң яҡшы яҡтыртыу конкурсы лауреаты тип танылды.
  • «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Диплом һәм «Көслө Рәсәй — көслө Башҡортостан» конкурсы сиктәрендә йәштәр тематикаһын яҡтыртҡаны өсөн Башҡортостан Республикаһыны Дәүләт Комитетының Рәхмәт хаты.
  • «Милләт — ара татыулыҡ-Башҡортостандың сәскә атыуына юл» республика журналистар ижади конкурсында икенсе урын.
  • «Матбуғаттың Алтын фонды — 2014» отличие билдәһе.

Редакция коллективын Әлфиә Әхмәҙуллина етәкләй. Редакция структураһына шулай уҡ өс телдә баҫмалар сығарыусы бүлектәр инә, улар араһында баш мөхәррирҙәре, журналистары, тәржемәселәре һәм техник белгестәре бар[2][3].

Иҫкәрмәләр

  1. Даирә, гәзит. Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда (17 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2025.
  2. 1 2 Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов. Кармаскалинская новь, гәзит (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда (17 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2025.
  3. 1 2 Из истории газеты. Какрмаскалинская новь (24 март 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2025.
  4. История газеты. Трудовая слава. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2025.

Һылтанмалар


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.