Квадробер
Квадробер | |
---|---|
![]() | |
Барлыҡҡа килгән | 2020 йыл |
Таралған | Бөтә доньяла |
Квадро́бер (лат. quattuor — «дүрт» һәм инг. aerobics — «аэробика») — квадробика менән шөғөлләнгән кеше, рәсми булмаған спорт төрө, 7-14 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр субкультураһы. Квадроберҙар хайуандарҙың битлектәрен кейеп, уларҙың хәрәкәттәрен ҡабатлайҙар[1].
Квадроберҙар йәмғиәттә киҫкен бәхәс тыуҙырҙы, фекер алышыуға философтар, профессиональ психологтар һәм психиатрҙар, сәйәсмәндәр ҡушылды[2].
Рәсәйҙә квадроберҙарға ҡыҙыҡһыныу артҡас бизнес улар өсөн тауарҙар етештерә башланы. Маркетплейстарҙа квадроберҙар өсөн дә һәм уларға ҡаршы ла парфюмерия, яһалма тиренән атрибутика, аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауарҙар барлыҡҡа килде. Субкультура өсөн тауар булараҡ хатта бер ниндәй ҙә ҡағылышы булмаған продукция ла рекламалана башланы[3].
Тышҡы ҡиәфәте һәм үҙ-үҙен тотоуы
Квадроберҙар үҙҙәрен берәй хайуан итер хис итәләр һәм был образды битлектәр, яһалма тырнаҡтар, ҡолаҡ һәм ҡойроҡ ярҙамында булдыралар. Күп осраҡта квадроберҙар костюм элементтарын ғына ҡуллана, һәм ҡайһы бер ҡатнашыусылар тулыһынса хайуан костюмын кейә[4]. Улар хайуандарҙың хәрәкәттәрен ҡабатлайҙар, башҡа квадроберҙар менән үҙ-ара аралашалар, үҙҙәренең «иерархия»ла урынын билдәләйҙәр. Квадроберҙарҙың төрлө элементтары бар, уларҙы өйрәнәләр һәм шымарталар, мәҫәлән, йүгереү, һикереү, үләндә уйнау. Квадробика һөйөүселәр үҙ персонаждарының тарихын уйлап сығаралар, оффлайн һәм онлайн төркөмдәргә берләшәләр, осрашыуҙар үткәрәләр, социаль селтәрҙәр өсөн видеороликтар төшөрәләр[5] һәм үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашалар[6].
Спорт һәм субкультура
Квадроберҙар урында йүгереү, кәртә аша һикереү кеүек аэробика күнегеүҙәрен башҡара. Шул уҡ ваҡытта квадроберҙарҙың тышҡы ҡиәфәте субкультура булыуын күрһәтә. Бындай ҡатнашлыҡ арҡаһында квадроберҙарҙы спортсылар йәки рәсми булмаған хәрәкәт вәкилдәре тип айырып булмай. Субкультураның тулы спорт дисциплинаһына әйләнеүенә миҫалдар булыуы билдәле. Мәҫәлән, хоббихорсинг үҙ-алла спорт төрө булып китте.
Квадроберҙар, териандар, фурри
Квадроберҙарҙың тышҡы ҡиәфәте фурри кеүек башҡа субкультураға оҡшай. Әммә бер нисә принципиаль айырма бар: квадроберҙар хайуандарҙың хәрәкәттәрен мөмкин тиклем ентекләп ҡабатларға тырышалар, ә фурриҙар антропоморф (кешегә оҡшаш) хайуандарҙы ҡабатлайҙар. Квадроберҙар аэробика менән шөғөлләнәләр, фурриҙар иһә үҙ образы ижадта образ тыуҙаралар[7]. Квадроберҙар араһында териандар йә иһә териантроптар, үҙҙәрен хайуан тип танытҡан кешеләр осрай[8].
Популярлыҡ феномены
Социаль селтәр «ВКонтакте»-ла квадроберҙар өсөн тәүге төркөм 2022 йылдың мартында барлыҡҡа килә. 2024 йылдың октябренә иһә 17 503 абоненты булған 46 шундай төркөм барлыҡҡа килә. Рунетта таралыу масштабы йәһәтенән квадробинг — аҙ таралған күренеш. Әммә 2024 йылдың 31 авгусында надымда йырсы Mia Boyko концертында сәхнәгә квадробер ҡыҙ сыҡҡандан һуң, киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә был тема тураһында телгә алыуҙар һаны ҡырҡа арта (тәүлегенә 5,1 меңдән 30 меңгә тиклем). Федерация советы сенаторҙары һәм дәүләт думаһы депутаттары, шулай уҡ медиа - һәм политтехнологиялар өлкәһендәге белгестәр ҡатнашлығында киң йәмәғәт дискуссияһы башлана.[9].
«Сәйәсмәндәр һәм башҡа лидерҙар араһында был тема тураһыда әүҙем фекер алышыу бара, һәр яңы видеоролик йәки белдереү яңы был теманы әүҙемләштерә», — Игорь Лащевский, АГТ коммуникация агентлығы директоры.
Йәмғиәттәге ҡараштар
Йәмғиәттә квадроберҙарға ҡараштар бер төрлө түгел. Кемдер, бала саҡтағы мауығыу физик йөкләмәләр арҡаһында файҙалы тип һанай һәм, йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, был ваҡытлы күренеш тип ҡарай[10]. Шул уҡ ваҡытта квадроберҙарҙың балаларға, өлкәндәргә ташланып, хатта тешләп алған осраҡтар ҙа билдәле[11]. Бер нисә психолог, квадробика менән мауығыу балала психик сирҙәргә ишара булырға мөмкин, тип иҫәпләй[12]. Үҫмерҙәр араһында квадроберҙарға буллинг осраҡтары йыш осрай[13].
2024 йылдың 8 октябрендә Рәсәй һәм Әрмәнстандың сит ил эштәре министрҙарының рәсми осрашыуында Сергей Лавров Арарат Мирзояндан уларҙа квадроберҙарҙың бармы-юҡмы икәнлеген һораны[14]. Мирзоян был хәрәкәт тураһында хәбәрҙарлығын белдерҙе. Рәсәйҙәге Әрмәнстан илсеһе Гурген Арсенян Европала квадроберҙар үҙҙәрен «гендер» тип билдәләүҙә тураһында әйтте[15].
Рәсәй президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков РИА Новости менән әңгәмәлә Владимир Путиндың квадроберҙар тураһында беләме-юҡмы икәнлегенә яуап бирҙе[16]:
«Ышандырам, юҡ [белмәй]. Популярлыҡтарын арттырырға кәрәкмәй». Песков, квадроберҙар хәрәкәтен «тулыһынса мәғәнәһеҙ нәмә» тип тә әйткәйне[17].
Ҡазандағы БРИКС саммитының эш барышында Беларусь президенты Александр Лукашенко үҙ илендә квадроберҙар бармы тигән һорауға: «был мәсьәлә юҡ» тип яуап бирҙе, шунда уҡ «квадроциклдар» һүҙен ҡулланды[2]:
«Ярай, йөрөйҙәр. Был бит шул битлектәр түгелме ни? Беҙҙә был мәсьәлә юҡ. Хатта һеҙ яңы закон ҡабул иттегеҙ... Уны нисек атарға? Чайлдфри. Беҙҙә был мөһим түгел, мин бындай күренеш тураһында әйттем, был кәрәкмәҫ ине. Ә квадроциклдар, беҙҙә улар юҡ, ышанығыҙ»[18].
2024 йылдың октябрендә Воронежда ҡайһы бер йәмәғәт туҡланыу урындарына квадроберҙарға инергә тыйыу билдәләре ҡуйыла башланы. Ресторандар хужаһы аңлатыуынса, был билдә бер фастфуд селтәренең квадроберҙарға инеү рөхсәте биреүенә яуап булып тора: «бындай хәл йәштәрҙең зыянлы мауығыуын дәртләндереү булып тора»[19].
Закон менән көйләү
2024 йылдың октябрендә Дәүләт думаһы депутаты Сергей Колунов квадроберҙар булған балаларҙың ата-әсәләрен яуаплылыҡ тарттырырға тәҡдим итте. Ул, мәҫәлән, уларҙы ата-әсәлек хоҡуҡтарынан мәхрүм итеү, административ йәки енәйәт яуаплылығына тарттырыу сараларын ҡараны. Депутат был тәҡдимде Рәсәй президентының балалар хоҡуҡтары буйынса вәкиле аппаратына ебәрҙе[20].
2024 йылдың октябрендә Дәүләт Думаһының бер төркөм депутаттары бәлиғ булмаған квадроберҙарҙың рәсми вәкилдәре һәм 16 йәштән өлкән квадроберҙар өсөн Административ кодекска төҙәтмәләр әҙерләүгә тотондо. Кешеләргә һәм йорт хайуандарына һөжүм иткән осраҡтарҙа хулиганлыҡ өсөн 5 мең һум күләмендә штраф һалыу планлаштырыла. Әгәр квадробер 16 йәштән кесе булһа, ата-әсәһе балаларҙы тәрбиәләү буйынса бурыстарын тейешенсә үтәмәгән өсөн 500 һум штрафҡа тарттырыласаҡ[21].
Үзбәкстан Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, балаларҙың квадробикаға мауығыуы ата-әсәнең үҙ бурыстарын үтәмәүе тип иҫәпләнә. Был өсөн 1 875 000 сум күләмендә (яҡынса 14 мең һум) штраф ҡаралған[22].
Баҙар реакцияһы
2024 йыл дауамында квадроберҙар өсөн тауарҙарға ихтыяж Рәсәйҙә уртаса 12 тапҡырға, Санкт-Петербургта 37 тапҡырға, Мәскәүҙә 45 тапҡырға артыуы күҙәтелде. Маркетплейстарҙа маскалар, «тәпәйҙәр», ҡолаҡтар һәм ҡойроҡтар, өй-будкалар һәм ятҡыс урындар, уҡыу курстары, стилист хеҙмәттәре тәҡдим ителә[23][24]. 2024 йылдың октябрендә маркетплейстарҙа квадробинг менән шөғөлләнгән кешеләр өсөн аҙыҡ барлыҡҡа килде. Был аҙыҡтың составында: шәкәр, какао майын алмаштырыусы – пальма төшөнән алынған май, какао, һөт һарыһы, ҡоро һөт, кокос майы, какао-порошок, экструдирланған ярма продукты (дөгө ярмаһы, бойҙай оно, шәкәр, какао-порошок, тоҙ)[25].
Фонтанка.ру гәзите квадроберҙар өсөн тауарҙарға махсус күҙәтеү әҙерләне. Ҡулдан эшләнгән йыйылмалар популярлыҡ яуланы: маркетплейстарҙа яһалма тиренән эшләнгән ҡойроҡтар 200-300 һумдан баһаланды, ә ҡойроҡ һәм ҡолаҡтар өсөн 1,5 метр яһалма тиренең хаҡы 6000-7000 һум тәшкил итте. Парфюмерҙар «ысын квадробер» өсөн һәм квадроберҙарҙы өркөтөү өсөн еҫтәр сығара башланы (ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ярашлы, был — груша, ҡарбыз йәки алма еҫе). Һатыуға күнекмәләр өсөн пластик кәртәләр (900-4000 һум) һәм профессиональ модельерҙар тәҡдим иткән костюмдар (20 000—30 000 һум) ҡуйылды. Ғәҙәти тауарҙар һатыусылары ла был мөмкинлектән файҙаланырға тырышты: «юлбарыҫ биҙәктәре төшөрөлгән вельвет салбарҙар маркетинг ярҙамында „квадробика өсөн салбарҙар“ тип һатыла башланы»[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Квадроберы: улар кемдең хәрәкәттәрен ҡабатлай һәм ни өсөн бынан ҡурҡырға кәрәкмәй // НТВ яңылыҡтар (29 июнь 2024). 15 август 2024 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ 1 2 Лукашенко Беларусияла квадроберҙар мәсьәләһен күрмәне (23 октябрь 2024). 24 октябрь 2024 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ 1 2 Кәртәләр, духи һәм квадроберҙар өсөн аҙыҡ. Ғәҙәти балалар хоббиһынан нисек бизнес эшләргә тырышалар (4 октябрь 2024). 24 октябрь 2024 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ Квадробика: был нимә һәм нисек шөғөлләнергә, трендтың хәүефе, Рәсәйҙә ниңә тыймаҡсылар (5 июль 2024). 15 август 2024 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ Квадроберҙар осрашыуы (билдәһеҙ) (20 апрель 2024). Дата обращения: 15 август 2024.
- ↑ Квадробика нимә: спортмы әллә юҡмы (23 май 2024). 15 август 2024 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ «Мин — һеләүһен, дуҫым — пантера»: үҫмерҙәр араһында яңы күренеш тураһында, улар хайуандар битлектәрен кейеп, дүрт аяҡта һикерәләр (30 май 2024). 15 август 2024 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ Териантроптар: улар кем, нимә менән шөғөлләнәләр, тышҡы ҡиәфәттәре, фурри һәм квадроберҙарҙан айырмалары (12 июль 2024). 15 август 2024 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ Квадроберҙар популярлыҡтың "сәйәси технологиялар осрағы"на әүерелеп бара (19 октябрь 2024). 1 ноябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ «Мин — рһеләүһен, ә дуҫ ҡыҙым — пантера»: үҫмерҙәрҙең яңы мауығыуы хәүефле — улар битлектәр кейеп, дүрт аяҡлап һикерәләр (30 май 2024). 15 август 2024 тикшерелгән.
- ↑ Ҡандалаҡшала «йәнлек» ҡыҙ балаға тешләнгән (18 июнь 2024). 15 август 2024 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ Психолог балаларҙың квадробика һәм териантропия менән мауығыуы тураһында: «Йәшәгән донъянан китәләр» (27 май 2024). 15 август 2024 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ Олеся Ларина. Фурри һәм квадроберҙар: шикле субкультураларҙың хәүефе нимәлә? (билдәһеҙ). https://mir24.tv (28 июнь 2024).
- ↑ Лавров, илдәр араһында һөйләшеүҙәр алдынан, квадроберҙар темаһын күтәреү сәбәбен аңлатты (8 октябрь 2024). 9 октябрь 2024 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ Лавров Кремлдә Әрмәнстан коллегаһы менән квадроберҙар тураһында һөйләште (8 октябрь 2024). 8 октябрь 2024 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ Песков, Путин һәм квадроберҙар тураһында һорауға яуап бирҙе (9 октябрь 2024). 24 октябрь 2024 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ Песков квадробиканы мәғәнәһеҙ нәмә тип атаны (9 октябрь 2024). 24 октябрь 2024 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ Лукашенко квадроберҙар тураһында: Беларусияла «квадроциклдар» юҡ (23 октябрь 2024). 24 октябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ «Квадроберҙарға инеү тыйыла». Воронеж ресторансыһы урындарын махсус билдә менән хәүефһеҙләндерҙе (25 октябрь 2024). 30 октябрь 2024 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ Депутат Колунов квадробер балаларының ата-әсәләренә яуаплылыҡ индерергә тәҡдим итте . ren.tv (3 октябрь 2024). Дата обращения: 3 октябрь 2024. (рус.)
- ↑ "Әсәйҙәргә иҫкәртеү": квадроберҙар өсөн киләсәктәге штрафтар аталды . mk.ru (10 октябрь 2024). Дата обращения: 11 октябрь 2024.
- ↑ Үзбәкстанда квадробер балалары булған ата-әсәләрҙе штраф менән янағандар . РБК (13 октябрь 2024). Дата обращения: 15 октябрь 2024. (рус.)
- ↑ Квадроберҙар һөжүм итә: маскалы балалар Рәсәй ҡалаларын баҫа (11 октябрь 2024). 11 октябрь 2024 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ Спрос стал массовым: в России зафиксирован 50-кратный рост продаж товаров для квадроберов | RB.RU (11 октябрь 2024). 11 октябрь 2024 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ Маркетплейстарҙа квадроберҙар өсөн аҙыҡ барлыҡҡа килде . vm.ru (3 октябрь 2024). Дата обращения: 3 октябрь 2024. (рус.)