Квашнин Константин Сергеевич
Квашнин Константин Сергеевич (1 ғинуар 1914 йыл—1966 йыл) — эшсе-новатор, 1938 йылдан хәҙерге Пермь моторҙар эшләү берекмәһе токары. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1963).
Биографияһы
Константин Сергеевич Квашнин 1914 йылдың 1 ғинуарында хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән ҡалаһының Гагарин урамында (элекке Яңы Көрмәнкәй ауылында) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ауыл мәктәбенең 7 класын тамамлағас, хеҙмәт юлын Дәүләкән тирмәндәренең береһендә сорттарға айырыусы эшсе-өйрәнсек булып башлай. Һуңынан машинист ярҙамсыһы, машина-трактор оҫтаханаларында токарь булып эшләй.[1]
1936 йылдан Алыҫ Көнсығышта хәрби хеҙмәттә була. 1938 йылдан Пермь ҡалаһының 19-сы моторҙар эшләү заводына токарь-көйләүсе булып эшкә килә.
Бөйөк Ватан һуғышының тәүге айҙарында завод территорияһында эвакуацияланған 6 предприятие урынлаша. Двигателдәр етештереүҙе арттырып, завод эшселәре планлаштырылған маҡсаттарҙы күп тапҡырға арттырып үтәй һәм һуғыш йылдарында фронт өсөн 30 000 ашыу двигатель етештерә.[2] Квашнин фронт өсөн сифатлы эшләнгән деталдәр тапшыра. Артабан бригадир, смена мастеры, диспетчер хеҙмәтен башҡара, етештереү процестарын рационалләштереү менән шөғөлләнеүсе һәм эш урынын оптималь ойоштора беләүсе эшсе булып таныла. Заводта ракета производствоһы барлыҡҡа килгәс, иң ҡатмарлы операцияларҙың береһен — ракета двигателе РД-214 турбинаһы роторын тулыһынса эшләүҙе башҡара, бөтә технологик талаптарҙы ҡәтғи үтәй.[3]
1957 йылда етәксе эшкә тәғәйенләнә. Бер йылдан һуң заводта ойошторолған ракета двигателдәрен етештереүгә юғары квалификациялы токарҙар талап ителә, ул 2-се цехҡа, үҙ станогына, яңынан эшкә ҡайта. Цех бүлексәһе турбон насос агрегаттары етештереүҙә махсуслаша, ракета-космос техникаһы деталдәренең ҡатмарлы һәм яңы булыуына ҡарамаҫтан, 140—150 % етештереүҙе тәьмин итә. Етештергән деталдәр таҙалығы һәм үлсәмдәренең аныҡлығы менән юғары баһалана.[1]
СССР Юғары Советы Президиумының 1961 йылдың 17 июнендәге Указы менән ракета техникаһын булдырыуҙа һәм кешегә космосҡа уңышлы осоуҙы тәьмин итеүҙәге ҡаҙаныштары өсөн Квашнин Константин Сергеевичҡа Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.[1]
Пермь ҡалаһында йәшәй. 1966 йылда вафат була.[1]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Козлова З.Р., 328-се б.
- ↑ Пермский авиамоторный завод в годы Великой Отечественной войны (21 декабрь 2023).
- ↑ Грин Б., 98-99-се б.б.
Әҙәбиәт
- Козлова З. Р. Герои Прикамья: биографический справочник. — Пермь: Пушка, 2006. — 479 с.
- Грин Б. Герои труда. — Пермь: Книга, 1975. — 369 с.