Кесе Урал һырты
Кесе Урал һырты | |
---|---|
Дәүләт | |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 892 метр |
Кесе Урал һырты (рус. Ма́лый Ура́льский хребе́т йәки хребе́т Ма́лый Ура́л) — Көньяҡ Урал буйындағы һырт, Силәбе өлкәһендә (Рәсәй). Төньяҡтан көньяҡҡа меридиан йүнәлешендә һуҙылған. Урал һыртына параллель рәүештә бара, унан көнсығыштараҡ урынлашҡан. Иң бейек урыны — 913 метр. Оҙонлоғо — 8 километр самаһы, армыттары менән — 10-12 км[2][3].
Тасуирлама
Кесе Урал һырты Уралтау һыртына йәнәш урынлашҡан, унан көнсығыштараҡ ята. Оҙонлоғо — 8 километр самаһы (армыттары менән — 10-12 км), төньяҡтан көньяҡҡа табан меридиан йүнәлешендә һуҙылған. Мейәс ҡала округтары биләмәһенә ҡарай.
Тәпәш, һөҙәк, ҡатнаш урман ҡаплаған көньяҡ армыттары Куштумга йылғаһы үҙәненә барып теркәлә. Үткән быуаттың 60-сы йылдарына тиклем был ерҙә ауыл булған, унда йәшәүселәр, әлеге урындарҙан йыраҡ түгел режимлы объект эш итеү сәбәпле, Мейәс йәки Златоустҡа тулыһынса күсерелгән [4].
Иң көньяҡ тау - Ҡыҙыл Балсыҡ (рус. Красноглинная) тип атала. Красноглиннаянан төньяҡта Крутой Ключ тауы (диңгеҙ кимәленән 782 метр бейеклектә). Кесе Урал һыртының иң юғары нөктәһе Крутой Ключтан өс саҡрым төньяҡта урынлашҡан һәм диңгеҙ кимәленән 913 метр бейеклектә. Төньяҡта Кесе Урал һырты Елсел имәнлеге (рус. Ицыльская дуброва) тип аталған ыҙан менән тамамлана. Был ыҙандан йыраҡ түгел Елсел тауы һәм Сухокаменка менән Оло Таловка[5][6]йылғалары тамаҡтары урынлашҡан.
Иҫкәрмә
- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Малый Урал, хребет // Миасс. Энциклопедический словарь
- ↑ Информация сайта «На Урале»
- ↑ Хребет Малый Урал, гора
- ↑ Информация сайта «На Урале»
- ↑ Миасс. Словарь географических названий / Сост. Стрельников С. М. — Златоуст: Изд. С. М. Стрельникова, 1995. С. 23, 42.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Әҙәбиәт
- Урал// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 27-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.