Кинолог көнө
Кинолог көнө (Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Кинология подразделениелары көнө) — барлыҡ кинологтарҙың 21 июндә билдәләнгән һөнәри байрамы. Рәсәйҙә 1909 йылдың 21 июнендә беренсе полиция эттәре питомнигы булдырылыу көнөнә тап килтерелә. 2004 йылдан алып байрам ителә.
Дөйөм дәүләт документтарына индерелмәһә лә, байрам кинология подразделениелары булған көс ведомстволары бойороҡтарында иҫкә алына. Байрамға йыл һайын граждан ойошмалары ла ҡушыла.
Тарихы
Рәсәйҙә беренсе полиция хеҙмәте эттәре питомнигы 1909 йылдың 21 июнендә, Санкт-Петербург полицияһының эҙләү бүлеге начальнигы Владимир Лебедев инициативаһы буйынса асыла. Уның базаһында һуңынан дрессировщиктар мәктәбе булдырыла.
Хеҙмәт бурыстарын үтәү өсөн эттәрҙе файҙаланыу идеяһын Лебедев Бельгиянан, полиция эттәре ояһын күргәс, алып ҡайта. Был ваҡытта Европала эттәрҙе бер нисә тиҫтә йыл санитар хеҙмәткә, почтаға, элемтә һәм полиция ғәскәрҙәренә йәлеп итәләр.
Питомниктың һәм полиция кинологтары мәктәбе эшләү башлауҙың тәүге өс йылында Санкт-Петербургта 300 дрессировщик һәм 400 эҙәрмән эт әҙерләнә[1]. Был мәктәптең иң билдәле кадры булып Мәскәүҙә хеҙмәт иткән Треф ҡушаматлы доберман-пинчер була. Ул мең ярымдан ашыу енәйәтте асырға ярҙам итә[2].
1912 йылда Измайлов гвардия полкында беренсе хәрби-ялан эттәре питомнигы ойошторола, унда уларҙы элемтә булдырыу һәм разведка хеҙмәтенә әҙерләйҙәр.
1912 йылдың декабренә эттәр Рәсәйҙең 50 губернаһында полиция хеҙмәтендә эшләй, ә 1915 йылға улар илдең эҙләү-эҙәрлекләү полицияһында мотлаҡ атрибут булып тора. Хайуандарҙы ҡулланыу даирәһе лә һиҙелерлек киңәйә: улар енәйәтселәрҙе тота, патруллек итә, тотҡондарҙы һаҡлай, шартлатҡыс ҡорамалдарҙы эҙләй, батша һарайында «ҡарауылда» тора[1].
Революциянан һуң, 1920 йылда Эске эштәр халыҡ комиссариаты (НКВД) енәйәттәрҙе эҙләү хеҙмәте өсөн кинолог-белгестәр һәм ңҙтабар эттәр әҙерләй башлай. Шундай уҡ подразделениелар сик буйы ғәскәрҙәрендә, бәйләнеш юлдары наркоматында, хәрбиләштерелгән һаҡ хеҙмәтендә ойошторола.
Бөйөк Ватан һуғышының беренсе көндәренән үк кинологтар эттәре менән фронтта хеҙмәт итә башлай. Өйрәтелгән эттәр яралыларҙы табып сығара, фашист танкыларын шартлата, миналар эҙләй, элемтәселәргә һәм разведчиктарға ярҙам итә, тылды һаҡлай, шпиондарҙы һәм диверсанттарҙы эҙәрлекләй, йөк ташый[3].
2004 йылдың 18 июнендә Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы буйынса бойороҡҡа ярашлы Рәсәйҙә беренсе полиция эҙләү эттәре питомнигы асылған дата рәсми рәүештә ведомствоның Кинология подразделениелары көнө тип билдәләнә[4].
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы кинологы көнө
Башҡа кинологик подразделениеларҙан айырмалы рүештә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында Кинолог көнө бер көн алдан — 20 июндә билдәләнә. Был байрам да Рәсәйҙең кинология хеҙмәттәре барлыҡҡа килгән көн булараҡ билдәле. 1996 йылда МЧС-та беренсе кинология отрядтары ойошторолоу хөрмәтенә булдырылған[5].
Традициялар
Башҡа һөнәри даирәләр кинологтары ла байрамды үҙҙренеке тип һанай. Ул кинология подразделениелары булған ведомстволарҙа — полиция, МЧС, хәрбиҙәр, Росгвардия, Федераль таможня хеҙмәте, Федераль яҙа башҡарыу хеҙмәте (ФСИН)[4][6][7].
Кинолог көнөнә ҡарата белгестәр һәм уларҙың тәрбиәләнеүселәре араһында ярыштар үткәрелә. айырылып торған хеҙмәткәрҙәр грамоталар һәм миҙалдар менән бүләкләнә, шәхси эштәренә рәхмәт яҙыла, дәрәжәләрендә һәм вазифаларында үрләтелә. Тәрбиәләнеүселәре тәмле ризыҡ менән һыйлана[8].
Халыҡ-ара һәм Рәсәй кинология федерациялары, эт тотоусыларҙың ҡала йәмғиәттәре, йәш кинологтар клубтары ла байрам уңайынан конкурстар, күргәҙмәләр үткәрә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 21 июня отмечается День кинологических подразделений МВД России. Военное обозрение (21 июнь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 май 2024.
- ↑ День кинолога в 2024 году: история и традиции праздника. Комсомольская правда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 май 2024.
- ↑ День кинологических подразделений МВД России. РИА Новости (1 март 2020).
- ↑ 1 2 День кинологических подразделений МВД России. Официальный сайт Министерства внутренних дел Российской Федерации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 май 2024.
- ↑ 20 июня – День образования кинологической службы МЧС России. МЧС России (20 июнь 2018).
- ↑ День кинолога. Федеральная служба войск национальной гвардии Российской Федерации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 май 2024.
- ↑ 21 июня - Всемирный день кинoлога. МЧС России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 май 2024.
- ↑ 21 июня — День кинолога: история, традиции и поздравления с праздником. Известия (20 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 май 2024.
Әҙәбиәт
Кинологическая тематика в специализированной прессе: автореферат дис. на соиск. уч. степ. кандидата филологических наук: специальность / Кубышко Ольга Владимировна; [Место защиты: Юж. федер. ун-т]. — Ростов-на-Дону, 2018. −23 с.; 21.- Библиогр.: с.22-23 (5 назв.).
Административный вестник: ежемесячный журнал: орган Народного комиссариата внутренних дел. — Москва : «Заготохоз» милиции Республики, 1922—1930, стр. 41-43
Звягинцева К.М. Использование служебных собак во время Великой Отечественной войны // Вестник науки. — 2022. — № 12 (57). Ҡалып:Несвободный материал Рувики