Коин (цифрлы валюта)
Ко́ин (ингл. coin — тәңкә) — үҙ блокчейнында эшләүсе цифрлы валюта. Уның төп бурысы — традицион иҡтисадтағы аҡса кеүек үк, алмашыу ролен башҡарыу[1][2]. 2025 йылдың 7 авгусында Рәсәй Фәндәр академияһының «коин» һүҙен В. В. Виноградов исемендәге Рус теле институтының орфографик һүҙлегенә индереүе мәғлүм була[3].
Ҡылыҡһырламалары
Коиндар бойондороҡһоҙ бүленгән мәғлүмәттәр базаһында, мәҫәлән Bitcoin — Bitcoin блокчейненда, Ethereum — Ethereumда йәшәй. Цифрлы валютаның үҙенсәлеге уның үҙәкләшмәүендә: уны дәүләт йәки банкылар контролләмәй, ә транзакциялар селтәрҙә ҡатнашыусылар тарафынан тикшерелә. Яңы коиндар майнинг процесында криптовалюта селтәре протоколы ҡағиҙәләренә ярашлы булдырыла[4].
Коиндарҙың эшмәкәрлеге
Цифрлы валютаның эшмәкәрлеге ғәҙәти иҡтисадтағы аҡса эшмәкәрлегенә оҡшаш[5]:
• Криптовалюталар ҡулланыусылар араһында аралашсыһыҙ онлайн аҡса күсереү һәм уның хәүефһеҙлек ихтималлығын тәьмин итә;
• Коиндарҙы уның хаҡы артыуға иҫәптотоп, инвестиция сифатында һатып алалар;
• Селтәрҙәге эште тәьмин итеү: Ethereumда ETH коиндары смарт-контракттар өсөн комиссия түләүҙәренә ҡулланыла;
• Стейкинг (рус.)баш.: коиндарҙы селтәргә ярҙам итеү һәм бүләк алыу өсөн «туңдырыу», мәҫәлән Cardanoла.
Популяр системалар
2025 йылда цифрлы валюталарҙың бер нисә мең төрө иҫәпләнә.
Улар араһында иң популярҙары[6]:
• Bitcoin (BTC): 2009 йылда сығарылған беренсе коин. Иҫәпләшеү сараһы һәм инвестиция активы булараҡ ҡулланыла;
• Ethereum (ETH): смарт-контракттар өсөн платформа, ETH коины ҡушымталарҙың эшен тәьмин итә;
• Litecoin (рус.)баш. (LTC): биткоиндың тиҙ транзакцияланған «еңелләштерелгән» версияһы;
• Monero (рус.)баш. (XMR): күсергәндә ныҡлы анонимлыҡҡа эйә коин.
Хәүефтәр һәм сикләүҙәр
Криптовалюталар менән шөғөлләнгән инвесторҙар ҡайһы бер хәүеф һәм сикләүҙәргә осрай[2]:
• Волатиллек: коиндарҙың хаҡы тиҙ үҙгәрергә мөмкин;
• Көйләү тыйыуҙары: Рәсәйҙә коиндарҙы иҫәпләшеү сараһы итеп ҡулланыу тыйылды;
• Хәүефһеҙлек: транзакцияларҙағы хаталарҙы, мәҫәлән, яңылыш адресҡа ебәрһәгеҙ, төҙәтеп, кире ҡайтарып булмай.
Бәхәстәр
2025 йылдың 7 авгусында Рәсәй фәндәр академияһы В. В. Виноградов исемендәге Рус теле институтының орфография һүҙлегенә 657 һүҙ индерә. Улар араһында: коин, Махсус хәрби операция, пилотһыҙ осоу аппараты, оперштаб, позывной, личка, движуха, пауэрбанк, раф, смузи һәм тиктокер бар. Тулы исемлек «Академос» порталында «2025» йыл өҫтәүҙәре" билдәһе менән бирелә[7].
Рәсәй президенты кңәшсеһе һәм Президент ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса совет президиумы ағзаһы Елена Ямпольская (рус.)баш. РФА-ның орфографик һүҙлегенә яңы һүҙҙәр индерелеүенә былай тип фекер белдерә[8]:
Махсус хәрби операция һәм уны үткәреүгә бәйле билдәләмәләр, бер һүҙһеҙ, теләһә ниндәй фәнни һәм белешмә материалдарында урынлы. Әммә хөрмәтле коллегалар йыл һайын РФА-ның Рус орфография һүҙлеген ни өсөн йә фудшеринг, йә пауэрбанк менән тулыландырыуын, ысынлап аңламайым. Ысынлап та рус телен бысратҡан инглиз теленән ингән һүҙҙәрҙе һәм һәр мода кеүек тиҙ онотолған сленгтарҙы академик кимәлдә норматив менән нығытыу мотлаҡмы? Ғәҙеллек өсөн шуны әйтер инем, был һүҙлек норматив булып тормай һәм дәүләт исемлегенә индерелмәгән.
В. В. Виноградов исемендәге Рус теле институтының фәнни хеҙмәткәре Владимир Пахомов, һүҙҙәрҙең академик һүҙлеккә индерелеүе уларҙың бер төрлө яҙылышын булдырыу өсөн кәрәк, тип белдерә[9]:
Ғөмүмән, һүҙҙе орфографик һүҙлектә теркәү, әлбиттә, уның рус теле факты булыуын раҫлай. Әммә орфографик һүҙлектең төп бурысы — әгәр уны ҡулланырға теләһәләр, нисек дөрөҫ яҙырға, тигән һорауға яуап биреү
Иҫкәрмәләр
- ↑ Что такое coin и как коины используется в цифровой экономике. developers.sber.ru (18 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 октябрь 2025.
- ↑ 1 2 Что такое коин: простой ответ на сложный вопрос. btc-card.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 октябрь 2025.
- ↑ Список новых слов 2025. Mash (7 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 октябрь 2025.
- ↑ Coin | Что такое простыми словами — Крипто на vc.ru. vc.ru (10 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 октябрь 2025.
- ↑ Coin | Что такое коины простыми словами и чем они отличаются от токенов. Пикабу. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 октябрь 2025.
- ↑ Что такое coin и как коины используется в цифровой экономике. developers.sber.ru (13 февраль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 октябрь 2025.
- ↑ АКАДЕМОС (ингл.). orfo.ruslang.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 октябрь 2025.
- ↑ Советник президента раскритиковала внесение англицизмов в словарь РАН. РБК (8 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 октябрь 2025.
- ↑ В РАН объяснили внесение новых слов в орфографический словарь. TACC. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 октябрь 2025.