Комарова Александра Юрьевна

Александра Юрьевна Комарова (рус. Комарова Александра Юрьевна; 1969 йылдың 20 сентябре, Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй театр артисы. 1995 йылдан Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021)[1].

Биографияһы

Александра Юрьевна Комарова 1969 йылдың 20 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған.

Урындағы мәктәптә урта белем алғандан һуң Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһында (2012 йылдан Башҡортостан республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы дәүләт бюджет һөнәри белем биреү учреждениеһы) тамамлай. Артабан хәҙерге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай.

Ошо юғары уҡыу йортонда режиссёр курсын Р. Исрафилов курсы буйынса отличиеға тамамлай.

1995 йылдан Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актёры[2].

Сәхнә репертуары

◇ 2024 йыл — Коробочка — «Брат Чичиков» Н. Гоголь в инсценировке М. Кульбаева
◇ 2023 йыл — Де Эгильон — «Три мушкетера» А. Дюма
◇ 2023 йыл — Эрита — «Поджигатель» Г. Горин

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2015);
  • Рәсәй Федерацияһы Театр эшмәкәрҙәре союзының Почёт грамотаһы (2021).
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021)[3];

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Комарова Александра Юрьевна. Национальный молодежный театр им. Мустая Карима. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июнь 2026.
  2. ↑ Комарова Александра Юрьевна. Кино-театр.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июнь 2026.
  3. ↑ Актриса НМТ Александра Комарова удостоена звания народной артистки РБ. Министерство культуры Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июнь 2026.