Коммунистик интернационал

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Коммунистик интернационал
Нигеҙләүсе Ленин Владимир Ильич
Алыштырған Икенсе интернационал[d]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Коминформ[d]
Етәксе Зиновьев Григорий Евсеевич, Бухарин Николай Иванович и Георгий Димитров[d]
Бойһонған ойошма (филиал) Антиимпериалистическая лига[d] и Ҡытай коммунистар партияһы[d][1]
Политическая идеология марксизм-ленинизм[d], коммунизм и ленинизм[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 15 май 1943
Логотип
Төҫ Ҡыҙыл төҫ
Дәүләт
Алмаштырылған Коминформ[d]
Нигеҙләү датаһы 2 март 1919
Ахивы һаҡлана Музей современной истории (Париж)[d][2] и Федеральный архив Германии[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Коммунистик интернационал (Коминтерн, 3-сө Интернационал) — 1919—1943 йылдарҙағы төрлө илдәрҙең коммунистик партияларын берләштергән халыҡ-ара ойошма.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

3-сө Интернационалды булдырыу талабы плакаты. Июль 1917 йыл.

Өсөнсө интернационалды төҙөү мәсьәләһе Беренсе донъя һуғышы башланыу менән һуғышта ҡатнашҡан илдәрҙең Икенсе интернационал лидерҙарына ярҙам итеү йөҙөнән барлыҡҡа килә. В. И. Ленин Интернационалды булдырыу мәсьәләһен РСДРП-ның Үҙәк Комитетының 1914 йылдың 1 ноябрендә сыҡҡан «Һуғыш һәм Рәсәй социал-демократияһы» манифестында ҡуя. Һул социал-демократтарҙың тупланыуына һуғышҡа ҡаршы Циммервальд һәм Кинталь конференцияларҙың үткәрелеүе, Циммервальд берләшмәһе составында Циммерваль һул төркөмө булдырылыуы мөһим өлөш индерә.

Коминтернға 1919 йылдың 2 мартында революцион милләт-ара идеяларҙы дөйөмләштереү һәм таратыу өсөн һәм Икенсе интернационалдың реформистик социализмына ҡаршы булараҡ РКП(б)-ның һәм уның етәксеһе В. И. Лениндың башланғысы буйынса нигеҙ һалына. Икенсе интернационалдың Беренсе донъя һуғышы һәм Октябрь революцияһына ҡарата позицияһы айырымланыуға булышлыҡ итә.

Коминтерн конгрестары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1-се (ойоштороу)

Мәскәүҙә, 1919 йылдың март айыда үтә, 35 партиянан һәм 21 илдән 52 делегат ҡатнаша.

2-се

1920 йылдың 19 июль — 7 авгусында Петроградта үтә. Конгреста коммунистик хәрәкәтенең тактика һәм стратегияһы тураһында бер нисә ҡарар ҡабул итә: компартияларҙың милли-азтлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыу формалары, Коминтернға инеү шарттары, Коминтерндың Уставы һәм башҡалар тураһында. Коминтерндың халыҡ-ара бүлеге ойошторола.

3-сө
Карл Чильбумдың Коминтерн ағзалыҡ билеты,
Симаков В. И. Революцияның 5 йыллығына һәм Коминтерндың 4-се съезына бағышланған плакат.-

Ноябрь — декабрь 1922 й; 58 партия ойошмаһынан делегат булып ҡатнаша һәм донъя илдәрендә 66 408. Съезд ҡарары менән булдырылған халыҡ-ара революция көрәшселәренә ярҙам итеү ойошмаһы.

5-се

1924 йылдың июнь — июле. Европалағы революцион сығыштарҙың еңелеү күҙлегенән сығып, милли компартияларҙы большевиклаштырыуы һәм уларҙың тактикаһы буйынса ҡарарҙар ҡабул итә.

6-сы

1928 йылдың июль — сентябре

Конгресс яңы этапҡа күсеүсе бөтә донъя-сәйәси хәлгә баһа бирә, ситуация донъя иҡтисади көрсөгө һәм синыф көрәшенең көсәйеүе менән айырылып тора, социал-фашизм һәм коммунистарҙың һул һәм уң социал-демократтары менән сәйәси хеҙмәттәшлектең мөмкин түгеллеге тураһындағы тезисты нығыта, Коммунистик интернационалдың Программаһын һәм Уставын ҡабул итә.

7-се

1935 йылдың 25 июль — 20 авгусы. Ултырыштарҙың төп темаһы — арта барған фашистик ҡурҡынысы менән көрәштә көстәрҙең бергә тупланыуы буйынса мәсьәләне хәл итеү. Төрлө сәйәси ҡараштағы хеҙмәтсәндәрҙең эшмәкәрлеген яраштырыу органы булараҡ Бәрҙәм эшселәр фронты ойошторола.

Һул коммунизм яҡлылары — тәүге ике конгресты, троцкистар — тәүге дүртте таныйҙар.

Репрессиялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1935 йылда шикелле [Визнер] миңә Мәскәүҙә барған Коминтерн конгресына саҡырыу билетын бирҙе. Унда СССР-ҙа ул ваҡыт өсөн бик үҙенсәлекле мөхит тыуҙырлған ине. Делегаттар, докладсыларға иғтибар итмәйенсә, зал буйлап йөрөйҙәр, бер-береһе менән аралашалар, көләләр. Ә Сталин сәхнәлә президиум артында йөрөй һәм ризаһыҙлыҡ менән төрөпкәһен тарта. Был башбаштаҡлыҡ уға оҡшамағаны күренеп тора ине. Бәлки, Сталиндың Коминтернға ҡарата ошо мөнәсәбәте уның күп кенә эшмәкәрҙәрен, улар иҫәбендә Визнерҙы ла, ҡулға алыуҙа үҙенең ролен уйнағандыр.

— СССР Совнаркомының рәйесе урынбаҫары Михаил Смиртюковтың хәтирәләренән

1937—1938 йылдарҙағы «Оло террор» һөҙөмтәһендә Коминтерндың күп кенә секциялары юҡҡа сығарыла, ә поляк секцияһы рәсми рәүештә таратыла.

Теге йәки был сәбәптәр арҡаһында СССР-ҙа булып сыҡҡан халыҡ-ара коммунистик хәрәкәт эшмәкәрҙәренә ҡаршы репрессиялар 1939 йылдағы Германия менән СССР араһында һөжүм итмәү тураһында килешеү төҙөлгәнгә тиклем үк башлана.

1937 йылдың беренсе яртыһында уҡ Германия компартияһы етәкселәре Х. Эберлейн, Г. Реммеле, Г. Нойман, Ф. Шульте, Г. Киппенбергер, Югославия компартия етәкселәре М. Горкич, М. Филиппович, саҡ ҡына һуңғараҡ Испаниянан ҡайтҡан В Чопич та ҡулға алына. Шул уҡ ваҡытта халыҡ- ара коммунистик хәрәкәтенең күренекле эшмәкәре венгр Бела Кун, Польша компартияһының бер нисә етәксеһе — Э. Прухняк, Я. Пашин, Я. Пашин, Ю. Ленский, М. Кошутская һәм башҡа күптәр репрессиялана. Греция Компартияһының элекке генераль секретары А. Каитас ҡулға алына һәм атып үлтерелә. Шулай уҡ Иран Компартияһының етәкселәренең береһе, Коминтерн Башҡарма комитеты ағзаһы, Коминтерндың II, III, IV, VI конгрестары делегаты А. Солтан-Заде ла репрессияға дусар була.

Сталиндың троцкизмға, большевиктарға, советтарға ҡаршы көрәштә ғәйепләүҙәре 1933 йылда уҡ Польша Компартияһы етәксеһе Ежи Чешейко- Сохацкийҙы ҡулға алыуға һәм башҡа ҡайһы бер поляк коммунистары етәкселәрен (Э. Прухняк, Я. Пашин, Ю. Ленский, М. Кошутская һәм башҡаларҙы) язалауға дусар итә. Ҡалғандарҙы репрессиялар 1937 йылда ҡыуып етә. 1938 йылда Коминтерн Исполкомы президиумының Польша Компартияһын тарҡатыу тураһында ҡарары сыға. Репрессиялар тулҡынына Венгрия компартияһына нигеҙ һалыусылары һәм Венгрия Совет Республикааһы етәкселәре Бела Кун, Ф. Байаки, Д. Боканьи, Й. Келен, И. Рабинович, Ш. Сабадош, Л. Гавро, Ф. Карикаш эләгәләр.

СССР-ға күсеп килгән күп кенә болгар коммунистары репрессиялана, шул иҫәптән, Р. Аврамов, Х. Раковский, Б. Стомоняков. Репрессиялар Румыния коммунистарына ла ҡағыла. Финляндия Компартияһына нигеҙ һалыусылар Г. Ровио һәм А. Шотман, Финляндия Компартияһының Генераль секретары К. Маннер һәм башҡа бик күп фин интернационалистары репрессиялана. 1930-сы йылдарҙа СССР-ҙа йәшәгән йөҙҙән ашыу итальян коммунистары ҡулға алына һәм лагерҙарға ебәрелә. Массауи репрессияларға Латвия, Литва, Эстония, Көнбайыш Украина һәм Көнбайыш Белоруссияның (СССР-ға ингәнгә тиклем) етәкселәре һәм компартиялары активы язаға тарттыралалар.

Коминтернды таратыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Формаль рәүештә Коминтерн 1943 йылдың 15 майында таратыла. Коминтернды таратыу тураһында белдереп, Сталин көнбайыш союздаштарына ул, йәнәһе, Европа илдәре территорияларында совет, коммунистик режимын урынлаштырыу буйынса пландары булмауын күрһәтергә тырыша. Өҫтәүенә, 1940-сы йылдар башына Коминтерндың халыҡ-ара абруйы бик түбән була, ә нацистар континенталь Европала Коминтерндың бөтә ячейкаларын тиерлек юҡҡа сығарған була. ВКП(б)-ның һәм шәхсән Сталиндың 1920 йылдар урталарында Коминтернға ҡарата өҫтөнлөккә ынтылыштары, шулай уҡ Коминтерндың бөтә структураларын тиерлек бөтөрөү (Исполкомдан һәм Йәштәр интернационалынан башҡа) 1930-сы йылдар уртаһындағы Сталин репрессиялары йылдарында үҙ ролен уйнай. Әммә Коминтерндың Исполкомы бөтөрөлмәй, ә ВКП(б) Үҙәк Комитетының Халыҡ-ара бүлеге итеп үҙгәртелә.

Коминформ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1947 йылдың сентябрь айында, 1947 йылдың июнендә үткән Маршал ярҙамы тураһында Париж конференцияһынан һуң, Сталин социалистик партияларҙы йыйып ала һәм Коминформды булдыра — Коммунистик мәғлүмәт бюроһы ( Коминтернды алмаштыра) — Албания, Болгария, Чехословакия, Франция, Венгрия, Италия, Польша, Румыния, Советтар Союзы һәм Югославияның коммунистик партиялары булдырған селтәр (1948 йылда Сталин менән Тито араһындағы ҡаршылыҡтар арҡаһында Югославия Коминформдан сығарыла).

Коминформ 1956 йылда КПСС-тың ХХ съезынан һуң ғәмәлдән сығарыла[3]. Коминформдың формаль вариҫы булмай, әммә Иҡтисади үҙ-ара ярҙамлашыу советы (СЭВ) һәм Варшава Килешеүе ойошмаһы (ОВД), шулай уҡ СССР-ға дуҫтарса мөнәсәбәттә булған коммунистик һәм эшселәр партияларының әленән-әле үткәрелгән кәңәшмәләре ошолайыраҡ ролде уйнайҙар.

Коминтерндың структураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1920 йылдың авгусында ҡабул ителгән Коминтерндың уставынан: Асылда, Коммунистик Интернационалы ысынында һәм факт буйынса берҙәм бөтә донъя коммунистик партияһын сағылдырырға тейеш, уның айырым секциялары һәр илдә ғәмәлдә булған партиялар була.

Етәкселек органдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Коминтерндың етәкселек органы Коммунистик интернационалдың Башҡарма комитеты (ИККА) була. 1922 йылға тиклем ул коммунистик партиялар делегат итеп ебәргән вәкилдәрҙән төҙөлә. 1922 йылдан алып ул Коминтерндың Конгресы тарафынан һайлана.

1919 йылдың июлендә КИБК-тың Кесе Бюроһы ойошторола. 1921 йылдың сентябрендә КИБК-тың Президиумы тип үҙгәртелә.

1919 йылда башлыса ойоштороу һәм кадр мәсьәләләре менән шөғөлләнгән КИБК-тың Секретариаты ойошторола. 1926 йылға тиклем ғәмәлдә була.

1921 йылда КИБК-тың Ойоштороу бюроһы (Оргбюро) булдырыла, 1926 йылға тиклем ғәмәлдә була.

1921 йылда Интернациональ контроль комиссияһы ойошторола, комиссияның бурыстарына КИБК аппаратының эшен тикшереү, финанстарҙыңң ревизияһы, шулай уҡ айырым секцияларҙың (партияларҙың) тикшереү инә.

1919 йылдан алып 1926 йылға тиклем КИБК-ның Рәйесе Григорий Зиновьев була. 1926 йылда КИБК-ның Рәйесе вазифаһы бөтөрөлә. Уның урынына туғыҙ кешенән торған КИБК-ның Политсекретариаты төҙөлә. 1929 йылдың август айында Политсекретариаттың составынан мөһим сәйәси мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсаты менән Политкомиссия бүленеп сыға (КИБК Политсекретариатының Политкомиссияһы). Комиссияға О. Куусинен, Д. Мануильский, Германия Коммунистик партияһы вәкиле, һәм тағы ла бер кандидат — О. Пятницкий.

1935 йылда КИБК Генераль секретары вазифаһы булдырыла. Вазифаны Г. Димитров биләй. Политсекретариат һәм Политкомиссия юҡҡа сығарыла КИБК-ның Политсекретариаты ҡабаттан булдырыла.

Коминтерндың коллектив ағзалары һәм уға эйәргән ойошмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

III Интернационалдың аллегорик сағылышы. Палех миниатюраһы, Иван Голиков, 1927
  • Революционерҙарға ярҙам итеү Халыҡ-ара ойошмаһы (МОПР, «Красная помощь»)
  • Профинтерн
  • Межрабпом
  • Крестинтерн
  • Йәштәр коммунистик интернационал (КИМ)
  • Антиимпериалистик лигаһы
  • Спортинтерн
  • Ҡатын-ҡыҙ халыҡ-ара секретариаты
  • Революцион яҙыусылары халыҡ-ара берләшмәһе
  • Халыҡ-ара революцион театр берекмәһе
  • ДСССР дуҫтары халыҡ-ара комитеты
  • Киң ҡарашлы пролетарийҙар Интернационалы
  • Фатирға инеүселәр Интернационалы

Коминтерндың уҡыу йорттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Международная ленинская школа (МЛШ) (1925—1938)
  • Коммунистический университет национальных меньшинств Запада (КУНМЗ)
  • Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең коммунистик университеты (КУТВ)
  • Коммунистический университет трудящихся Китая (КУТК) — до 17 сентября 1928 года назывался Университет трудящихся Китая имени Сунь Ятсена (УТК)[4].

Мәғлүмәтте йыйыу һәм анализлау буйынса Коминтерн учреждениелары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Халыҡ-ара аграр институты (1925—1940)[5]
  • КИБК-ның Статистик — мәғлүмәт институты (Варга бюроһы) (1921—1928)[6]
Ходынкала Коминтерн лозунгтары менән митинг. 1927

Тарихи факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1928 йылда Ханс Эйслер немец телендә Коминтерндың Гимнын яҙа. Урыҫ теленә тәржемәне 1929 йылда И. Л. Френкель башҡара. Гимндың ҡушымтаһында түбәндәге һүҙҙәр ҡабатлана : Беҙҙең лозунг — Бөтә донъя Советтар Союзы![7]
  • Коминтерндың агитация һәм пропаганда бюроһы Ҡыҙыл армия етәкселеге менән берлектә 1928 йылда немец телендә һәм 1931 йылда француз телендә «Ҡораллы ихтилал» китабын әҙерләп сығаралар. Китап A. Neuberg псевдонимы аҫтында сығарыла, уның реаль авторҙары халыҡ-ара ревоцион хәрәкәттең билдәле лидерҙары була.

Коминтерндың архивы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Коминтерндың архивы Рәсәй социаль-сәйәси тарихы дәүләт архивында (Мәскәү, Оло Дмитровка урамы, 15-се һанлы йорт) һаҡлана. 80-дән ашыу партияның отчеттары бар, документтар 90 телдә яҙылған, әммә төп эш теле — немец теле булған[8].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]