Копайгород

Копайгород (укр. Копайгород) — Украинаның Винница өлкәһе Бар районында урынлашҡан ҡала тибындағы ҡасаба.

Географик урыны

Немия һәм Кесе Немия йылғалары ҡушылған ерҙә, Барҙан 28 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Тарихы

1624 йылда беренсе тапҡыр телгә алына.[1]

1795—1923 йылдарҙа Подолье губернаһының Могилев өйәҙе составына инә[1].

1798 йылда бында католиктар костеле төҙөлә[1].

1882 йылда 157 йортта 800 кеше иҫәпләнә[1].

1897 йылдағы иҫәп алыу буйынса, халыҡ һаны 2950 кеше була.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, 1941—1944 йылдарҙа ауыл немец-румын ғәскәрҙәре оккупацияһында була («Транснистрия» составына индерелә).

1989 йылдың ғинуарына халыҡ һаны 1927 кеше[2] иҫәпләнә.

2013 йылдың 1 ғинуарында халыҡ һаны 1318 кеше[3] була.

Дин

Ҡасабала Изге Мәрйәм Инә раштыуаһы ҡорамында Украин православие сиркәүенең Винница һәм Бар епархияһы Бар благочиниеһы эшләй.

Иҫкәрмәләр

Категориялар