Косовола ислам

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Призрендә мәсет

Косовола ислам дине — Косовола иң таралған дин; Сербияла быуаттар төпкөлөнән килгән ерле халыҡтың дине. Косоварҙар сөнни мрслмандар иҫәбендә. Албандарҙың күпселек өлөшө ислам динендә, шулай уҡ улар араһында христиан динен тотоусылар ҙа бар. Шуға күрә Косовола мосолмандарҙың теүәл иҫәбе билдәле түгел. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса Косовола мосолмандар 90% самаһы. Улар араһында шулай уҡ төрөктәр, сиғандар һәм славяндар ҙа (гора һәм боснийҙар) бар.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Косовола мосолман йәшәгән урындар. Косово. 2011 йылда, халыҡ иҫәбен алыу

Тәүҙәрәк, Урта быуаттарҙа Косово правослание дине өҫтөнлөк алған Сербияның өлөшө булған. XIV—XV быуаттарҙа был ерҙәрҙе Ғосман империяһы баҫып алғас, христиан динендәге сербтар ҡыҫырыҡлап сығарыла, албандар ислам диненә күсерелә, диндәр сағыштармаһы үҙгәрә.

Икенсе донъя һуғышынан һуң, Косовола донъяуи Югославия  федератив социалистик республикаһы  (СФРЮ) идара итә. Шул дәүер эсендә, косоварҙар  араһында секулярлаштырыу (мәҙәниәтте, фәнде, аңды дин йоғонтоһонан азат итеү)[1] процессы бара.

XX быуатта был төбәккә ислам дине өҫтөнлөк ала.  XX быуат аҙағында — XXI быуат башындағы ваҡиғалар тағы ла ислам диненә өҫтөнлөк алырға мөмкинлек бирҙе.

Сығанағы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Секуляризация — дин йоғонтоһонан азат итеү. Русско-башкирский словарь общественно-политических терминов. (Г.К. Кунафина, Т.Д.Ишкина, 2001)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]