Котбус
Котбус (нем.Cottbus [ˈkɔtbʊs], т-луж.Chóśebuz [ˈχɛɕɛbus]/[ˈχɨɕɛbus], үр-луж.Choćebuz, [ˈkʰɔt͡ʃɛbus], пол.Chociebuż) — Германияның көнсығышындағы ҡала, ҙурлығы буйынса Потсдамдан һуң Бранденбург еренең икенсе ҡалаһы.
Лужицалылар
«Лужицкий ултыраҡ өлкәһе» автономияһының мәҙәни-территориаль составына инә, уның территорияһында лужица телдәрен һәм мәҙәниәтен һаҡлауға булышлыҡ иткән Саксония һәм Бранденбург закон акттары эшләй. Ҡалала лужица (сорб) халҡы 1 % тәшкил итеүгә ҡарамаҫтан, Котбус Түбәнге Лужицала сәйәси һәм мәҙәни үҙәк булып тора. Түбәнге лужица теле Котбуста рәсми тел булып тора[8].
Халҡы
Ҡала халҡы һаны 2011 йылдың 31 декабрендәге мәғлүмәттәр буйынса (2011 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып) 99 974 кеше тәшкил иткән (әйткәндәй, шул уҡ датаға элек 102 129 кеше иҫәпләнгән)[9]. 2000 йылдың 31 декабренә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса ҡалала 108 495 кеше йәшәгән, 1990 йылда — 125 891 кеше , 1970 йылда — 82 896 кеше[10]
|
Тарихы
Лужица маркаһы 965–1002
Көнбайыш поляндар кенәзлеге 1002–1025 |
Мәғарифы һәм фәне
Бранденбург технология университетына 1991 йылда нигеҙ һалынған. Был Германияла иң йәш техник университет.
Унда хәҙер 6722 студент уҡый, улар араһында 896 сит ил студенттары[11]. 2004 йылда «Херцог и де Мерона» архитектура бюроһы тарафынан университет кампусы территорияһында Мәғлүмәт, коммуникация һәм медиа үҙәгенең заманса бинаһы төҙөлә[12].
Спорты
Ҡалала «Энерги Котбус» футбол клубы бар, ул уҙ ваҡытында Бундеслигала уйнаған. Хәҙерге ваҡытта «Төньяҡ-Көнсығыш» төбәк лигала уйнай. .
Котбус спорт клубы өсөн 1976 йылда олимпия чемпионы, бейеклеккә һәм оҙонлоҡҡа һикереү буйынса күп тапҡыр донъя чемпионы Розмари Аккерман сығыш яһаған.
2011 йылда Котбуста янғын һүндереү-ҡотҡарыу спорты буйынса VII донъя чемпионаты үтте[13].
Иҫтәлекле урындары
Туғандаш ҡалалар
Монтрёй (Франция, 1959)
Гроссето (Италия, 1967 йыл)
Липецк (Рәсәй, 1974)
Зелёна-Гура (Польша, 1975)- Ҡалып:Флагификация/Bulgaria Тырговиште (Болгария, 1975)
Кошице (Словакия, 1978)
Саарбрюккен (Германия, 1987)
Гельзенкирхен (Германия, 1995)- Ҡалып:Флагификация/the United Kingdom Нанитон-энд-Бедуэрт (Бөйөк Британия, 1999)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2018 (4. Quartal) — Federal Statistical Office.
- ↑ http://www.mayorsforpeace.org/english/membercity/map/europe.html
- ↑ https://service.brandenburg.de/service/de/adressen/kommunalverzeichnis/ansicht/~12052-cottbus
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ http://www.zielona-gora.pl/PL/1111/3533/Cottbus__Niemcy/
- ↑ Gemeindeverzeichnis (4. Quartal 2022) (нем.) — DESTATIS, 2023.
- ↑ ISIL- und Sigeladressen mit Koordinaten ausgestattet — Берлинская государственная библиотека, 2016.
- ↑ Sorben(Wenden)-Gesetz(недоступная ссылка)
- ↑ Statistisches Bundesamt 2016 йылдың 3 апрель көнөндә архивланған.: am in Grundlage des 2011 Gemeinden damarukam Zensus und Zählungen früherer nach Bevölkerung 31.12.2011 Deutschland 2016 йылдың 9 март көнөндә архивланған.
- ↑ Германияның федераль ере ҡала һәм ауыл торама пункты мәғлүмәттәре буйынса рәсми сығанаҡтар ГФР (нем.)
- ↑ BTU in Numbers (ингл.) (PDF). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ноябрь 2011. Архивировано 18 февраль 2012 года.
- ↑ 166 Cottbus library (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2017.
- ↑ VII буйынса донъя чемпионатының янғын һүндереү-ҡотҡарыу спорты «КОТБУС-2011»(недоступная ссылка)