Коткова Фаина Васильевна
Фаина Васильевна Коткова (6 апрель 1933 йыл, Вязники, Владимир өлкәһе) — Владимир өлкәһендә РСФСР еңел сәнәғәтенең етен туҡымалар производство берекмәһе туҡыусыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980).
Биографияһы
Фаина Васильевна Коткова Вязники ҡалаһында 3-сө урта мәктәпте тамамлай[1]. 1950 йылда фабрика-завод уҡыу мәктәбен тамамлай, унан һуң Вязники етен комбинатына эшкә урынлаша.
Ике станокта эшләй башлай. Квалификациялы туҡыусы булып китә, йыл һайын производство планын арттырып үтәй. 1975 йылда апалы-һеңлеле Виноградовтар премияһы лауреаты була.
Унынсы биш йыллыҡта (1976—1980) 16 туҡыу станогын хеҙмәтләндерә һәм ике биш йыллыҡтың пландарын үтәй. СССР Юғары Советы Президиумының 1980 йылдың 30 апрелендәге указы менән хеҙмәт ҡаҙаныштары һәм унынсы биш йыллыҡтың заданиеларын ваҡытынан алда башҡарғаны өсөн Фаина Васильевна Котковаға Ленин ордены һәм ««Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
Пенсияға сыҡҡандан һуң Вязники ҡалаһында йәшәй.
Наградалары
- Ленин ордены
- Октябрь Революцияһы ордены (05.04.1971)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (20.02.1974)
- «Почёт Билдәһе» ордены (09.06.1966)
- Вязники ҡалаһының почетлы гражданы (1983)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Знаменитые выпускники 2020 йылдың 29 ғинуар көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
Коткова Фаина Васильевна. «Герои страны» сайты.
- Герои Социалистического Труда// Официальный сайт муниципального образования Вязниковский район
- Героиня труда