Коханович Михаил Васильевич

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d] (1957)
Гражданлығы
Эш урыны
Заты ир-ат
Уҡыу йорто
Тыуған көнө 25 сентябрь 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Вафат булған урыны
Вафат булған көнө 3 ғинуар 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (74 йәш)
Һөнәр төрө физиотерапевт
Тыуған урыны

Михаил Васильевич Коханович (25 сентябрь 1908, Варковичи, Минск губернаһы — 3 ғинуар, 1983, Симферополь) — СССР физиотерапевты. Медицина фәндәре докторы (1957), профессор (1960).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Коханович Михаил Васильевич 1908 йылдың 25 сентябрендә Минск губернаһының Варковичи ауылында тыуған[1].

1929 йылдан Белоруссия ССР-ында наҙанлыҡты бөтөрөү буйынса эштә ҡатнаша, ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1936 йылда Иркутск медицина институтын тамамлай, шунын һуң ауыл табибы булып эшләй, ә ваҡыт үтеү менән Иркутск ҡала дауаханаһының баш табибы була. 1939 йылдан разведка батальонының санитария хеҙмәте начальнигы һәм хәрби-санитар поезд начальнигы була Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Усолье Сибирское ҡалаһында эвакуация госпиталенең медицина часы начальнигы була[2].

1945 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Бер йылдан һуң Симферополгә күсенә, бында Ҡырым медицина институтында эшләй башлай, 1953 йылда факультет терапияһы кафедраһы мөдире итеп тәғәйенләнә, уны 20 йылдан ашыу етәкләй. Ҡырым шифаханаларының һәм ярымутрауҙағы минераль һыуҙарҙың ревматизмды дауалауҙа тәьҫирен өйрәнеү менән шөғөлләнә. СССР-ҙа беренселәрҙән булып ревматизм менән ауырыусыларҙы Евпатория шифаханаларында дауалауҙы тәҡдим итә[3]. 1957 йылда Н.И.Пирогов исемендәге 2-се Мәскәү дәүләт медицина институты ҡарамағындағы махсуслаштырылған советта «К изучению механизма действия и терапевтической эффективности грязи Сакского озера при лечении больных ревматизмом» темаһына диссертация яҡлап, медицина фәндәре докторы була. Медицина институтында эшләү ваҡытында медицина фәндәренең бер кандидатын һәм ике докторын әҙерләй[2].

1964 йылдан 1976 йылға тиклем Евпатория шифаханаһының ғилми етәксеһе булып тора. Бөтә Союз һәм Украина ревматологтар йәмғиәтенең президиумына инә.[2].

1983 йылдың 3 ғинуарында Симферополдә вафат була[1].

Эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Курортное лечение подростков. 1962
  • Минеральные воды Крыма. Их лечебное значение. 1964
  • Минеральные воды Крыма: их лечебное значение. Симферополь, 1964. 174 с.
  • Некото­рые вопросы механизма действия гря­зи. Актуальные вопросы эксперимен­тальной и клинической физиотерапии и курортологии // Тр. Крым. мед. ин-та. 1971. № 3 (соавтор)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Кантур Т. В. Коханович Михайло Васильович (укр.) (2014).
  2. 2,0 2,1 2,2 Профессора Крымского федерального университета им. В. И. Вернадского: В 3-х т. Т. 2 2020 йылдың 6 май көнөндә архивланған. / Крымский федеральный университет им. В. И. Вернадского; авт.-сост.: А. А. Непомнящий, Д. А. Ломакин, В. А. Грушецкая и др. — Белгород : КОНСТАНТА, 2018. — 428 с.
  3. Засновники та визначні діячі курортів України / за ред. Лободи М. В.. — Київ: Денеб, 2011. — С. 58. — 176 с.