Краснова Клавдия Фёдоровна
Гражданлығы | |
---|---|
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Тыуған көнө | 2 май 1925 (99 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Тыуған урыны |
Краснова Клавдия Федоровна (2 май 1925 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1949).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Клавдия Федоровна Краснова Алтай крайының Глинка ауылында 1925 йылдың 2 майында тыуған. 1930 йылда биш йәшендә етем ҡала һәм балалар йортонда тәрбиәләнә, шунда башланғыс белем ала.
1942 йылдан һуғыш осоронда Совет районының В. И. Ленин исемендәге колхозда хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай —махорка плантацияларында колхозсы була, һуңынан икмәк үҫтерә һәм һауынсы булып эшләй. 1948 йылда иген үҫтереү буйынса звеноны етәкләй, 27 гектар майҙанда һәр гектарынан 29,7 центнер бойҙай һәм 22 гектар майҙанда һәр гектарынан 29 центнер арыш ала.
СССР Юғары Советы Президиумының 1949 йылдың 20 майындағы указы менән «1948 йылда арыш һәм бойҙайҙан юғары уңыш алыу өсөн» Краснова Клавдия Федоровнаға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
1953 йылдан край еткәсе кадрҙар әҙерләүҙең 3-йыллыҡ ауыл хужалығы мәктәбен тамамлағандан һуң, агроном һөнәрен алып, «Коммунизмға юл» колхозында баҡсасылыҡ бригадаһы бригадиры була, ә 1961 йылдан — «Донъя һағында» колхозында эшләй.
Алтай крайы халыҡ депутаттары советы депутаты итеп һайлана. Хаҡлы йылға сыҡҡандан һуң Томск өлкәһенең Северск ҡалаһында йәшәй[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1949)
- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (20.05.1949)
- Ленин ордены (1949)
- «1941 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Мэр Северска поздравил Героев.Дума ЗАТО Северска.Дата обращения 8 марта 2020.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Трудовая слава Алтая / В. М. Самотохин. — Барнаул : Алт. кн. изд-во, 1985 г. — 223 с.