Краснова Юлия Владимировна
Краснова Юлия Владимировна (30 октябрь 1979 йыл) — йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре. Юрист, журналист, артист, йырсы, музыкант. «Башкортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Счастливый час» тапшырыуын алып барыусы (2023 йылдан). Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[1][2].
Биографияһы
Юлия Владимировна Краснова 1979 йылдың 30 октябрендә Өфө ҡалаһында тыуа. Урта белем алғандан һуң Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтына уҡырға инә.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2001 йылда Авокаттарҙың Башҡортостан республика коллегияһында адвокат булып башлай.
2010—2019 йылдарҙа үҙенең «Краснова Ю. В.» адвокат кабинетын асып эшләй[2]. Һуңынан ҡапыл һөнәрен үҙгәртергә ҡарар итә һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының тетар факультетында уҡый. Рекламаларҙа, киноларҙа һәм сериалдарҙа төшә[3].
2010—2013 йылдарҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһының яңылыҡтар хеҙмәтендә алып барыусы, 2013—2016 йылдарҙа — яңылыҡтар тапшырыуы дикторы, интервьюер, «Рәсәй — Башҡортостан» телеканалында «Хоккей 24» тапшырыуы авторы һәм алып барыусыһы була. Шул уҡ ваҡытта 2013—2015 йылдарҙа «Единая Россия — Башкортостан» гәзите , 2014—2016 «ЕР-Медиа» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттәрҙә эшләй[2].
2021 йылдан — үҙмәшғүл, артист, йырсы, музыкант[2].
2023 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Счастливый час» тапшырыуын алып барыусы[1].
Ғаиләһе
Ул тәрбиәләй[1].