Кузбәков Рөстәм Сөләймән улы

Викидата элементы тултырылмаған

Кузбәков Рөстәм Сөләймән улы (рус. Кузбеков Рустэм Сулейманович) (27 август 1952 йыл ) — табип. 1991 йылдан «Стәрлетамакстрой» тресы дауаханыһының баш табибы.

1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге|Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы]] депутаты. Һаулыҡ һаҡлау, ветерандар һәм инвалидтар эштәре буйынса комиссия ағзаһы.

Биографияһы

Кузбәков Рөстәм Сөләймән улы 1952 йылдың 27 авгусында Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Алайғыр ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт, юғары белемле — 1975 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1972 йылда травматология бүлегендә медбрат булып башлай. Артабан тиҙ ярҙам станцияһында фельдшер булып эшләй. 1975 йылда, Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағас, «Стәрлетамакстрой» тресының медицина-социаль часында ординатор, бүлек мөдире, баш табибтың дауалау эше буйынса урынбаҫары булып эшләй.[1] 1991 йылдан «Стәрлетамакстрой» тресы дауаханыһының баш табибы.[2]

Стәрлетамаҡ ҡалаһы 131-се Нахимов һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советына депутат итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының һаулыҡ һаҡлау, ветеран һәм инвалидтар эше буйынса комиссия ағзаһы.[3]

Ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Найти своего депутата 2020 йылдың 15 октябрь көнөндә архивланған.
  2. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34

Сығанаҡтар

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар