Күзбәков Рөстәм Сөләймән улы
Күзбәков Рөстәм Сөләймән улы (рус. Кузбеков Рустэм Сулейманович) — 27 август 1952 — табип-терапевт, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Биографияһы
Рөстәм Сөләймән улы Күзбәков 1952 йылдың 27 авгусында Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Алайғыр ауылында тыуған.
Юғары белемле — 1975 йылда Башҡорт дәүләт медицина институты тамамлай.
Хеҙмәт юлын 1972 йылда Өфө ҡалаһының 2-се балалар поликлиникаһында кесе медицина хеҙмәткәре вазифаһында башлай, травмотология бүлегендә, артабан «Тиҙ ярҙам» станцияһында фельдшер булып эшләй.
1976—1991 йылдарҙа ординатор, «Стәрлетамаҡстрой» тресының медицина-санитария бүлегенең бүлексә мөдире, баш табип урынбаҫары булып хеҙмәт итә.
1997 йылға тиклем Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаһының 2-се терапия бүлеге табип-ординаторы вазифаһынан алып баш табибына тиклем хеҙмәт юлы үтә[1].
1997 йылдан — Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау бүлеге начальнигы булып эшләй.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының 131-се Нахимов һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ы ХII саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана, Һаулыҡ һаҡлау, ветерандар һәм инвалидтар эштәре буйынса комиссия ағзаһы була.[2] Тап ошо саҡырылыш депутаттары 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итә.
Артабан Күзбәков Рөстәм Сөләймән улы Стәрлетамаҡ НОРИС медицина үҙәгендә табип-терапевт, мануаль терапия табибы булып эшләй[3].
Ғаиләһе
Өйләнгән, ҡатыны менән бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
Ҡарағыҙ
- [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге]]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Кузбеков Рустэм Сулейманович — биография
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 14.
- ↑ Кузбеков Рустэм Сулейманович 2021 йылдың 22 апрель көнөндә архивланған.
Сығанаҡтар
- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа: Китап, 1994. — 104 с.