Кузьменко Раиса Михайловна

Раиса Михайловна Кузьменко (1926 - 1977) — Краснодар крайы Северский районы «Большевик» колхозы звеньевойы. Социалистик Хеҙмәт Геройы[1].

Биографияһы

1926 йылда Төньяҡ-Кавказ, хәҙер Краснодар крайы Северский районында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ.

1940-сы йылдарҙың икенсе яртыһында Северский районының «Большевик» колхозының Д. С. Грицик етәкләгән бөртөклө культураларҙы үҫтереү буйынса баҫыусылыҡ бригадаһында звеньевой булып эшләй.

1947 йылдың эш йомғаҡтары буйынса Р. М. Богуславская звеноһы бойҙай уңышын 12 гектар майҙанда гектарынан 31,65 центнер ала.

СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 6 май указы менән 1947 йылда бойҙай һәм кукуруздан юғары уңыш алған өсөн Богуславская Раиса Михайловнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙал тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Шул уҡ указ менән «Большевик» колхозының тағы ла биш хеҙмәткәре, шул иҫәптән, колхоз рәйесе П. А. Негрецкий һәм бригадир Л. С. Грицик юғары исемгә лайыҡ була.

Артабанғы йылдарҙа Р. М. Кузьменко (кейәүҙә) звеноһы юғары иген уңыш йыйыуын дауам итә.

Краснодар крайы Северский районы Ильская станицаһында (1947 йылдан — ҡала тибындағы ҡасаба) йәшәгән.

1977 йылда вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Хәтер

undefined
  • Краснодарҙа Кубань һәм Адыгеяның Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме яҙылған мемориаль таҡта ҡуйылған

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Герои Социалистического Труда Краснодарского края

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар