Курсанов Андрей Львович

Курсанов Андрей Львович (26 октябрь [8 ноябрь1902, Мәскәү — 20 сентябрь 1999, шунда уҡ) — СССР һәм Рәсәй биохимигы, СССР Фәндәр академияһы (1953) һәм Ленин исемендәге Бөтә Союз ауыл хужалығы академияһы (1985) академигы, Лев Иванович Курсановтың улы.

Биографияһы

1926 йылда Мәскәү дәүләт университетының физика-математика факультетын тамамлай. 1929 йылда — Мәскәү дәүләт университеты ҡарамағындағы аспирантураны тамамлай[4]. 1935 йылдан 1953 йыл буйынса СССР Фәндәр академияһының биохимия институтында энзимология лабораторияһы мөдире булып эшләй. 1940 йылда Курсановҡа биология фәндәре докторы дәрәжәһе бирелә[5]. 1946 йылдың 4 декабрендә СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана[6].

1952-1988 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының К. А. Тимирязев исемендәге үҫемлектәр физиологияһы институты менән етәкселек итә[5]. 1953 йылдың 23 октябрендә СССР Фәндәр академияһының академигы итеп һайлана[6]. 1984—1988 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетында үҫемлектәр физиологияһы кафедраһын етәкләй[7]. 1985 йылда Ленин исемендәге Бөтә Союз ауыл хужалығы академияһы академигы итеп һайлана[5].

1999 йылдың 20 сентябрендә Мәскәүҙә вафат була. Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнә[8].

Фәнни ҡаҙаныштары

Андрей Львович Курсанов Поляр-Альп ботаника баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәм «Апатит» тресы инженерҙары менән берлектә лишайниктарҙан глюкозалы крахмал шәрбәте алыу технологияһын эшләй.[9].

«Физиология растений» журналын ойоштора[10].

Үҫемлектәр туҡымаларында ферменттарҙы өйрәнеү менән шөғөлләнә. Запрометов Михаил Николаевич менән бергә сәй катехиндарының ҡан капиллярҙары стеналарын нығытыу һәләтен асыҡлай[11].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ҡайһы бер баҫмалары

  • Курсанов А. Л. По Франции и Западной Африке / Художник Г. В. Храпак. — М.: Географгиз, 1956. — 272 с. — 50 000 экз. (в пер.)

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Чешская национальная авторитетная база данных
  2. http://www.ras.ru/win/db/show_per.asp?P=.id-1490.ln-ru.dl-.pr-inf.uk-12
  3. Курсанов Андрей Львович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  4. Курсанов Андрей Львович. Летопись московского университета.
  5. 1 2 3 4 5 6 Курсанов Андрей Львович. Портал Российской академии сельскохозяйственных наук. 2013 йылдың 17 апрель көнөндә архивланған.
  6. 1 2 Курсанов Андрей Львович. Информационная система «Архивы Российской академии наук».
  7. История кафедры. Кафедра физиологии растений Московского государственного университета.
  8. Могила А. Л. Курсанова на Новодевичьем кладбище
  9. История создания полярно-альпийского ботанического сада. Полярно-альпийский ботанический сад-институт им. Николая Александрович Аврорина КНЦ РАН. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2012. Архивировано 2 апрель 2012 года. 2012 йылдың 2 апрель көнөндә архивланған.
  10. Журнал "Физиология растений": первые 55 шагов на пути к совершенству. Журнал "Физиология растений" Российской академии наук. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2012. Архивировано 23 ноябрь 2011 года. 2011 йылдың 23 ноябрь көнөндә архивланған.
  11. 1 2 Андрей Львович Курсанов // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар