Күк сарлаҡ

Күк сарлаҡ, күксәй, күксә сарлаҡ, аҡсарлаҡ, мауыҡ сарҙаҡ (рус. Cизая чайка, лат. Larus canus) — сарлаҡтар ғаиләһендәге ҡошсоҡ.

undefined

Ҡылыҡһырлама

Ҡарға ҙурлыҡ. Парлашып йә күмәкләшеп йылға-күл, яңы һөрөлгән баҫыу өҫтөндә осоп йөрөйҙәр. Дөйөм төҫө аҡ. һырты һәм яурындары күкһел һоро, ҡанаттарының осо ҡара. Суҡышы һәм аяҡтары һары. йәш ҡоштар тигеҙ көрәнһыу һоро. Аҡсарлаҡтан бәләкәйерәк булыуы менән айырыла.

Тауышы

Тауышы көслө һәм яңғырауыҡлы: «ҡаа-ҡааа».

Йәшәү рәүеше

Күлдәрҙә, ҙур йылғаларҙа йәшәй. Балыҡ, төрлө һыу һәм ҡоро ер бөжәктәре, кеҫәрткеләр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ерҙә, ҡалҡыуыраҡ урында оялай. Ғәҙәттә, тиҫтәгә яҡын оя бер тирәлә урынлаша, һәр ояла ҡара-көрән таплы 2—3 бөртөк һарғылт һоро йомортҡаһы була.

Әҙәбиәт

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
  • Башкирско-русско-латинский словарь названий птиц (Э. Ф. Ишбердин. Птицы Башкирии, 1986)