Көнсығыш Диңгеҙе
Көнсығыш Диңгеҙе | |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | обратная сторона Луны[d] |
---|---|
Ай коордигаталары | 19°24′ ю. ш. 92°48′ з. д. / 19,4° ю. ш. 92,8° з. д.G |
Файл:Mare Orientale (Lunar Orbiter 4).png | |
Хөрмәтенә аталған | Көнсығыш |
Урынлашыу | |
Оҙонлоҡ |
|
Астрономик есем өҫтөндә | Ай |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Көнсығыш Диңгеҙе (лат. Mare Orientale) — айҙағы диңгеҙ, Айҙың Ерҙән күренгән ярымшарының көнбайыш сигендә урынлашҡан.
Килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Көнсығыш Диңгеҙе күп ҡулсалы удар бассейнда — ҙур тиҙлектә һәм ғәйәт ҙур көс менән астероид килеп төшөүҙән хасил булған гигант кратерҙа ята. Был бассейдың төп ҡулсаһының диаметры — 930 километр самаһы, үҙәгенең координаттары — 19°54′ ю. ш. 94°42′ з. д. / 19,9° ю. ш. 94,7° з. д.G. Уның йәше аныҡ ҡына билдәле түгел, әммә ул Ямғырҙар Диңгеҙе бассейнынан һуңыраҡ, йәғни 3,85 млрд йыл элек барлыҡҡа килгән, тип фаразлана. Иртә имбрий һәм һуңғы имбрий дәүерҙәренең сиктәре Көнсығыш Диңгеҙе хасил булған мәлдән алып иҫәпләнелә (бассейндың үҙен һәм уның өҫтөнән сығып ятҡан ташламаларҙы беренсе осор менән бәйләйҙәр).[2]
Рельефы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ай диңгеҙҙәренең күпселегендәге бассейндарҙан айырмалы рәүештә Көнсығыш Диңгеҙе бассейны ҡатҡан базальт лаваһы менән бер аҙ ҡапланған, шуға ла уның морфологик структураһын күҙәтергә мөмкин. Диңгеҙҙең үҙәк өлөшө йоҡа ғына базальт ҡатламы менән көплө (ҡалынлығы яҡынса 1 км тирәһе), йәғни ерҙән күренгән ярымшарҙағы башҡа ай диңгеҙҙәренә ҡарағанда ҡеүәте түбәнерәк. Диңгеҙ бассейнын барлыҡҡа килтергән бәрелеү ай ҡабығында өс үҙәктәш йыйырсыҡлы ҡатламдарҙың хасил булыуына сәбәпсе була. Ғәйәт ҙур удар кратерҙың эске теҙмәләре Рук тауҙарынан ғибәрәт, диаметры 930 км булған тышҡы сылбыр Кордильер тауҙарын барлыҡҡа килтерә. Бәрелеш һөҙөмтәһендә тышҡа сығарылған тау тоҡомдары тупаҫ һуйырташтарҙан тора һәм, Кордильерҙың тышҡы битләүҙәрендә башланып, төрлө тарафҡа 500 км тиклем алыҫлыҡҡа барып етә, диңгеҙ үҙәгенә йыйылған нур рәүешендәге һыҙаттар хасил була.
Ай өҫтөндә диңгеҙ ҡапма-ҡаршы урынлашҡан нөктәлә Край Диңгеҙе урынлашҡан.
Көнсығыш Диңгеҙе бассейнындә шулай уҡ Яҙ Күле бар, уны айҙағы базаны төҙөү урындарының береһе тип ҡарарға мөмкин[3].
Атамаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Диңгеҙҙең хәҙерге атамаһын немец астрономы Юлиус Генрих Франц Der Mond (1906) китабында тәҡдим итә. Әммә инглиз һәүәҫкәр астрономы Патрик Мур аҙағыраҡ On the Moon китабында был атаманы 1946 йылда тәҡдим итеүе хаҡында белдерә. 1960-сы йылдарҙа был төбәктәең фотографик һүрәте алына, уның буйынса Көнсығыш Диңгеҙе Айҙың киҫкен рәүештә икенсе бер күк есеменә барелеүе һөҙөмтәһендә хасил булған кратерҙа ята тип фаразлау мөмкинлеген бирә.
Диңгеҙгә исем бирелгән йылдарҙа астрономияла Айға ҡағылышлы исемдәр биреүҙә икенсе төрлө система ҡулланыла. Әммә һуңыраҡ, 1961 йылда Халыҡ-ара астрономия союзы ҡабул иткән ҡарарға ярашлы Көнсығыш Диңгеҙе Айҙың күренгән ярымшарының көнбайыш сигендә урынлашҡан тип таныла.
Фотогалерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Көнсығыш Диңгеҙенең «Лунар орбитер-4» космик аппараты төшөргән фотоһүрәттәре, 1967
Көнсығыш Диңгеҙенең «Галилео» космик аппараты төшөргән фотоһүрәттәре, 1990
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Gazetteer of Planetary Nomenclature — Международный астрономический союз.
- ↑ Tanaka K. L., Hartmann W. K. Chapter 15 – The Planetary Time Scale // The Geologic Time Scale / F. M. Gradstein, J. G. Ogg, M. D. Schmitz, G. M. Ogg. — Elsevier Science Limited, 2012. — P. 275–298. — ISBN 978-0-444-59425-9. — DOI:10.1016/B978-0-444-59425-9.00015-9.
- ↑ Burgess, Eric. Outpost on Apollo's moon. — Columbia University Press, 1993. — С. 199. — ISBN 0231076665.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Who Discovered Orientale? Архивировано 15 декабрь 2005 года. 2005 йылдың 15 декабрь көнөндә архивланған.
- How high the Moon (and low too)? Архивировано 5 май 2012 года.