Көнсығыш Европа платформаһы

Көнсығыш Европа платформаһы (Ру́сская платфо́рма, шулай уҡ чех fenosarmatia рус. Восто́чно-Европе́йская платфо́рма) — Ер ҡабығының сағыштырмаса тотороҡло участкаларының иң ҙурҙарының береһе. Боронғо (рифейға тиклемге) платформаларға ҡарай. Төньяҡ-көнбайышта Норвегияның каледон йыйырсыҡлы ҡоролмалары, көнсығышта Уралдың герцин йыйырсыҡтары һәм көньяҡта Карпат, Ҡырым һәм Кавказдың Альп йыйырсыҡлы һырттары араһында, Көнсығыш Европа биләмәһендә урынлашҡан. Морфологик яҡтан Көнсығыш Европа платформаһы ҙур йылғалар үҙәндәре менән йырғыланған тигеҙлектән ғибәрәт (ҡарағыҙ. Көнсығыш Европа тигеҙлеге)[1].

Составы

Көнсығыш Европа платформаһына Балтик, Украин ҡалҡандары һәм Урыҫ плитаһы инә. Платформаның дөйөм майҙаны 5,5 млн км² тәшкил итә.

Иҫкәрмәләр

  1. Восточно-Европейская платформа // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар