Көнсығыш Затон
«Көнсығыш Затон» — Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөнөң көнбайыш өлөшөндәге торлаҡ биҫтәһе. Ул Ленин районына ҡараған микрорайонда урынлашҡан.
Был — 38-се квартал, хәҙерге Шмидт һәм Әхмәтов урамдары, Өфө — Затон автомобиль юлы, көньяҡтан Ағиҙел йылғаһы менән сикләнгән, йәғни Ағиҙел аша һалынған күпер менән Затон араһында ятҡан территория[1]. Уның дөйөм майҙаны 652 гектар тәшкил итә[2]. Быға тиклем биләмә етештереү производство зонаһына ҡарай, унда башлыса келәттәр һәм башҡа ошондай типтағы ярҙамсыл ҡаралтылар урынлашҡан була[3]. Биҫтәнең ҡалған өлөшө шәхси йорттарҙан тора. Территорияла шулай уҡ Сафронов коттедж ҡасабаһы урын алған.
Тарихы
«Көнсығыш Затон» биҫтәһен төҙөүҙе планлаштырыу 2012 йылдың аҙағында башлана. Декабрҙә Өфөнөң «Күсемһеҙ милек үҙәге» муниципаль предприятиеһы микрорайон биләмәһен төҙөү буйынса аукцион үткәрә. Лоттың башланғыс хаҡы — 37,5 миллион һум тип билдәләнә. Аукцион шарттары буйынса, еңеүсе был биләмәлә социаль һәм коммуналь-көнкүреш инфраструктураһы объекттарын, шул иҫәптән 1840 урынлыҡ ун бер балалар баҡсаһын, 6450 урынлыҡ туғыҙ мәктәп, кинотеатр, магазиндар төҙөргә тейеш була. Аукционда еңеүсегә Әхмәтов, Яр буйы һәм Пожарский урамдарындағы 11 йортто күсерергә һәм һүтергә, территорияны планлаштырыу һәм сикләү, һүтеү йәки реконструкциялау проектын тәҡдим итергә, тағы ла 900-гә яҡын йортто һүтергә кәрәк була. Төҙөлөш тамамланғандан һәм территорияны төҙөкләндергәндән һуң төҙөүсегә муниципаль, республика социаль йүнәлештәге программалары буйынса 100 мең квадрат метрҙан кәм булмаған торлаҡ һатыу хоҡуғы бирелә[2].
Биҫтәне төҙөүҙең тәүге проекты 2015 йылда раҫлана, 2017 йылда уға үҙгәрештәр һәм өҫтәлмәләр индерелә[1][3].
2023 йылдың майында «Shanin Studio» 3D-моделләү һәм визуализация профессиональ студияһы тарафынан биҫтәнең киләсәктәге төҙөлөшөнөң өҫтәмә проекты эшләнә[4].
Унда төп иғтибар яңы торлаҡ кварталын тәбиғәт һәм ҡала уңайлыҡтары менән гармонияла йәшәү өсөн идеаль урын итеүгә йүнәлтелгән. Өфөнөң иң матур райондарының береһендәге «Көнсығыш Затон»да урынлашҡан был биҫтә миллионлы ҡала ығы-зығыһы араһында ысын оазис буласаҡ тип күҙаллана[4].
Был проекттың архитектура концепцияһы күп фатирлы йорттар төҙөүҙе күҙ уңында тота, улар тирә-яҡ мөхиткә тәбиғи рәүештә тура килә, уның тәүге матурлығын боҙмай. Территорияны төҙөкләндереүгә айырыуса иғтибар бүленә: бында заманса балалар майҙансыҡтары, спорт һәм рекреацион зоналар булдырыласаҡ, шулай уҡ автомобилдәр өсөн иркен туҡталҡа урындары ҡаралған[4].
«Көнсығыш Затон» биҫтәһе үҙенең үҫешкән инфраструктураһы менән айырылып тора. Торлаҡ кварталынан мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, поликлиникаларға, магазиндарға, кафеларға һәм бөтә кәрәкле социаль объекттар йәйәүләп йөрөп була[4].
2024 йылдың октябрендә Өфө ҡала хакимиәте «Континиум» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә 2015 һәм 2017 йылдарҙа раҫланған «Көнсығыш Затон» торлаҡ районының көньяҡ өлөшөн планлаштырыу проекттарына үҙгәрештәр индеререргә рөхсәт итә[3].
Төҙөлөш барышы
Үткән ваҡыт арауығында «Көнсығыш Затон» биҫтәһен төҙөү ҡабул ителгән, үҙгәртелгән һәм яңыртылған проекттар буйынса дауам итә. Мәҫәлән, 2023 йылдың сентябренә микрорайонда торлаҡ әүҙем төҙөлә, «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты буйынса урамдар һуҙыла, 1225 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөлөшө тамамланыуға яҡынлаша, ҙур дөйөм ҡала ял зонаһы проектлана. Шул уҡ милли проект буйынса канализация коллекторын, һыу үткәргесен һәм «Көнсығыш Затон» канализация-насос станцияһын төҙөкләндереү буйынса күләмле проект тормошҡа ашырыла[5].
Көньяҡтан Ағиҙел йылғаһы үҙәне, төньяҡтан күп ҡатлы торлаҡ төҙөлөшө менән сикләнгән, ә көнбайыш яҡтан урман массивы урынлашҡан ерҙә ҙур рекреацион дөйөм ҡала ял зонаһын төҙөкләндереү күҙаллана[5].
23-сө кварталдағы 1225 урынға иҫәпләнгән мәктәп Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы менән «Етенсе концессия компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһындағы концессия килешеүе, шулай уҡ «Мәғариф» милли проекты буйынса төҙөлә. Объекттың дөйөм майҙаны 18 мең квадрат метрҙан ашыу[5].
Ошо уҡ биҫтәлә Башҡортостан Республикаһының Фехтование үҙәге урынлашасаҡ. Күнекмәләрҙән тыш, спорт комплексында төрлө кимәлдәге ярыштар үткәреү планлаштырыла. Уға фехтование буйынса СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Рәмил Әйүпов исеме бирелә. Комплекстың дөйөм майҙаны 6 500 квадрат метр тәшкил итәсәк, трибуналар 350 урынға иҫәпләнгән[5].
Галерея
«Shanin Studio» 3D-моделләү һәм визуализация профессиональ студияһы проекты буйынса биҫтәнең киләсәк күренештәре[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Затон Восточный в Уфе ждет будущих жильцов. Совсем скоро в башкирской столице появится новый микрорайон. СЕТЕВОЕ ИЗДАНИЕ (САЙТ) «Комсомольская правда». 20 марта 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 апрель 2025)
- ↑ 1 2 Сайт «Epoch Times Russia». Новости России. В Уфе появится новый жилой район «Затон-Восточный». 2 декабря 2012 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 апрель 2025)
- ↑ 1 2 3 В Уфе внесут поправки в проект застройки Затона Восточного. ИА «Башинформ», 10 октября 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 апрель 2025)
- ↑ 1 2 3 4 5 Жилой квартал в микрорайоне «Затон Восточный»: гармония комфорта и природы. «Shanin Studio» — профессиональная студия 3D-моделирования и визуализации. Официальный сайт. Май, 2023 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 апрель 2025)
- ↑ 1 2 3 4 По вертикали и горизонтали. Мэр Уфы Ратмир Мавлиев проинспектировал ряд объектов в микрорайоне «Затон-Восточный». Официальный сайт Администрации городского округа город Уфа Республики Башкортостан. Пресс-служба Администрации Уфы. 5 сентября 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 апрель 2025)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Һылтанмалар
- Сайт «Epoch Times Russia». Новости России. В Уфе появится новый жилой район «Затон-Восточный». 2 декабря 2012 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 апрель 2025)
- Затон Восточный в Уфе ждет будущих жильцов. Совсем скоро в башкирской столице появится новый микрорайон. СЕТЕВОЕ ИЗДАНИЕ (САЙТ) «Комсомольская правда». 20 марта 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 апрель 2025)
- Жилой квартал в микрорайоне «Затон Восточный»: гармония комфорта и природы. «Shanin Studio» — профессиональная студия 3D-моделирования и визуализации. Официальный сайт. Май, 2023 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 апрель 2025)
- В Уфе внесут поправки в проект застройки Затона Восточного. ИА «Башинформ», 10 октября 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 апрель 2025)
- По вертикали и горизонтали. Мэр Уфы Ратмир Мавлиев проинспектировал ряд объектов в микрорайоне «Затон-Восточный». Официальный сайт Администрации городского округа город Уфа Республики Башкортостан. Пресс-служба Администрации Уфы. 5 сентября 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 апрель 2025)