Көньяҡ Азия төбәк хеҙмәттәшлеге ассоциацияһы

Көньяҡ Азия төбәк хеҙмәттәшлеге ассоциацияһы, СААРК (ингл. Cooperation Association for Regional Asian South — SAARC) — Көньяҡ Азияның һигеҙ иленән торған иҡтисади-сәйәси ойошма. Халыҡ һаны буйынса иң эре төбәк ойошмаһы булып тора, уға ингән илдәрҙә йәмғеһе 1,6 миллиард самаһы кеше йәшәй. 1985 йылдың декабрендә социаль-иҡтисади өлкәлә хеҙмәттәшлек тәьмин итеү өсөн  Бангладеш, Бутан, Мальдив, Непал, Пакистан, Шри-Ланка һәм Һиндостан тарафынан ойошторола. 2007 йылдың апрелендә СААРК-тың 14-се саммитында  Афғанстан ҡушыла.   Әлеге ваҡытта ойошманың штаб-фатиры Катмандула (Непал) урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр

Категориялар