Көньяҡ Үләнде
Көньяҡ Үләнде — Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районында урынлашҡан күл.
Ҡылыҡһырлама
- Күл өҫтө майҙаны — 2,3 км²;
- Оҙонлоғо — 2,3 км;
- Уртаса киңлеге — 1,0 км;
- Уртаса тәрәнлеге — 1,7 м
- Максималь тәрәнлеге — 6 м
- Һыу күләме — 6,4 млн м³;
Географияһы
Яйыҡ йылғаһы бассейнына ҡараған күл. Әбйәлил районы Покровка ауылынан көньяҡҡа табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Тектоник күл, өҫкө девон—аҫҡы карбон тоҡомдарында (аргиллит, алевролит, ҡом, эзбизташ) барлыҡҡа килгән, соҡоро табаҡ һымаҡ. Тымыҡ, һыу кимәленә ҙур тирбәлеш амплитудаһы хас. Туйыныуы ҡатнаш. Һыуы тоҙло. Күл эвтрофлы. Ярҙары һөҙәк. Ландшафттары һоро урман тупрағындағы ҡайын урмандарынан, болон‑ҡара тупраҡтағы болон далаларынан тора. Ҡырҡбашаҡ, мамыҡбаш, күрән, таръяпраҡ, екән, теҙмәяпраҡ, һыу үләне, ябай ҡамыш үҫә. Күлдә карп, пелядь, табан балыҡ, аҡсарлаҡ, көйөлдө йәшәй. Ҡоролоҡ булған йылдарҙа һаҙға әйләнә.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Көньяҡ Үләнде
- Көньяҡ Үләнде, Г. М. Ғәлиева 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған.
- Ҡайҙа балыҡ тотоу тыйыла?