Латипов Наил Миңнеәхмәт улы
Латипов Наил Миңнеәхмәт улы (рус. Латипов Наиль Миниахметович) (28 октябрь 1963 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, 1989—1992 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Благовещен ҡала комитетының икенсе секретары, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының экология, тәбиғи ресурстарҙы рациональ файҙаланыу буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге|Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы]] депутаты.
Биографияһы
Латипов Наил Миңнеәхмәт улы 1963 йылдың 28 октябры Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт, юғары белемле — 1986 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын, 1986 йылда Өфө нефть институтын тамамлағас, Ишембай нефть эшкәртеү заводында слесарь булып башлай. 1989—1992 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Благовещен ҡала комитетының икенсе секретары итеп тәғәйенләнә, «Башҡортостан» консорциумының производство начальнигы вазифаһында эшләй. 1992 йылдан Благовещен ҡалаһында «Батекс» акционерҙар йәмҡиәтенең генераль директоры урынбаҫары [1].
Благовещен ҡалаһы 83-сө Седов һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының экология, тәбиғи ресурстарҙы рациональ файҙаланыу буйынса комиссия ағзаһы[2].
Ҡарағыҙ
- [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге]]
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104