Лағыр торҡаһы
Лағыр торҡаһы — башҡорт яугирының Лағыр ауылында табылған баш кейеме.
Тарихы
1972 йылда билдәле археолог Нияз Мәжитов Салауат районы Лағыр ауылының көньяҡ-көнсығыш сигендә урынлашҡан ҡәберлектең 31-се ҡурғанын тикшергәндә табылған торҡа.
Ғалим уның яҡынса датаһын IX—X быуаттар менән билдәләй[1]. В. В. Овсянников фекеренсә, был комплекстың ваҡыт сиктәрен VIII быуат — IX быуаттың беренсе яртыһы тип билдәләргә мөмкин, ә В. А. Иванов уны VII—IX быуаттар арауығы тип күҙаллай[2].
Торҡаның эшләнеү тарихы буйынса В. В. Овсянников уны Көнбыйыш Себер һәм Минусинск котловинаһы һәйкәлдәре өлгөләре менән оҡшаш булыуын белдерә. Шулай уҡ уның Кубандә табылған 9-сы быуаттағы хазар торҡаһы менән оҡшашлығы ла бар. В. Н. Каминский бармицаны төркиҙәр ҡулланыуын билдәләй.
Әлеге ваҡытта торҡа Өфө ҡалаһында Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәге Археология һәм этнография музейы экспозицияһында һаҡлана.
Һүрәтләнеше
Торҡа 8 сүкелгән тимер фигураны берләштергән конус рәүешендә. Пластиналар аҫҡы яҡтан тотош бер билдек менән нығытыла, ул еҙ клепкалар менән нығытыла. Конустың осонда дүңгәләк тора. Ул дүңгәләк аша ҡайыш үткәрелеү һәм торҡаның билбауға йәки эйәргә нығытылыу ихтималлығы менән аңлатыла.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Курганы Южного Урала
- ↑ Иванов В. А. Вооружение средневековых кочевников Южного Урала и Приуралья (VII—XIV вв.)//Военное дело древнего населения Северной Азии. — Новосибирск, 1987.
Сығанаҡтар
- Н. А. Мажитов. Курганы Южного Урала VIII—XII вв. стр.78-79
- Иванов В. А. Вооружение средневековых кочевников Южного Урала и Приуралья (VII—XIV вв.)//Военное дело древнего населения Северной Азии. — Новосибирск, 1987.