Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы

Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов (рус. Нияз Абдулхакович Мажитов; 1933 йылдың 20 авгусы, Туғай, Башҡорт АССР-ы2015 йылдың 11 октябре, Өфө[1]) — совет һәм Рәсәй археологы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы вице-президенты (2006—2012), Башҡорт дәүләт университеты профессоры. Салауат Юлаев ордены кавалеры[2].

Тормош юлы

1933 йылдың 22 сентябрендә БАССР-ҙың Ғафури районы Сәйетбаба ауыл советы Туғай ауылында тыуған. Атаһы — ауыл уҡытыусыһы, әсәһе — колхозы. Башҡорт республика мәктәп-интернатында (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) уҡыған.

1956 йылда Пермь дәүләт университетын тамамлаған. 1963 йылда бахмутин мәҙәниәтенә арналған кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған[3], 1988 йылда — «Археология» һөнәре буйынса докторлыҡ диссертацияһы (ғилми дәрәжә 1989 йылда бирелгән)[4].

1956 йылдан кесе, 1964 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1968 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡорт филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының археология һәм этнография секторы мөдире, 1979 йылдан доцент булып эшләгән.

Тарих фәндәре докторы (1989), профессор (1990). 1979 йылдан Башҡорт дәүләт университетында эшләгән, 1991 йылдан археология, боронғо һәм урта быуаттар тарихы кафедраһы мөдире. 1992 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты.

2012—2015 йылдарҙа — «Боронғо Өфө» республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығының фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары[4].

2006 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы вице-президенты, 2006 йылдан академияның Социаль һәм гуманитар фәндәр бүлеге академик-секретары.

Төп фәнни тикшеренеү йүнәлештәре Көньяҡ Уралдың тимер быуаты һәм урта быуаттар проблемаларын эшләү менән бәйле.

Археолог булараҡ, Көньяҡ Уралдың урта быуаттар дәүеренең күп һанлы археологик ҡомартҡыларын асҡан һәм тикшергән. Урал-Волга буйы тимер быуаты ҡомартҡыларының классификацияһын, периодизацияһын, дала Евразияһы халыҡтарының, шул иҫәптән башҡорттарҙың этномәҙәни һәм социаль-иҡтисади тарихын эшләүгә өлөш индергән. 1957 йылдан 2006 йылға тиклем археологик экспедицияларҙа ғилми хеҙмәткәр һәм отряд начальнигы булараҡ ҡатнашҡан. Экспедицияларҙа өйрәнелгән төп ҡомартҡылар: Бирск ҡәберлеге (Бирск районы), Турбаҫлы ҡурғандары (Өфө ҡ.), Өфө-II ҡаласығы (Өфө ҡ.).

Башҡорттарҙың автохтон сығышы һәм үҫеше тураһындағы гипотезаны әйткән һәм яҡлаған, ҡушнаренко, ҡараяҡуп, турбаҫлы, бахмутин һәм башҡа археологик мәҙәниәттәрҙең барлыҡҡа килеүен боронғо башҡорт этносының формалашыу процестары менән бәйләгән.

2015 йылдың 14 ғинуарында вафат булған. Өфөләге Мосолман зыяратында ерләнгән[4].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

1-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында (1995 йыл, июнь) уның башҡарма комитеты рәйесе итеп һайланған (1995—2002), шулай уҡ Башҡортостан халыҡтары Ассамблеяһы Советы рәйесе (2000—2009) һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы (2003—2005) булған[5].

Төп хеҙмәттәре

300-гә яҡын фәнни баҫма, шул иҫәптән 12 монография авторы.

  • Бахмутинская культура. М., 1969.
  • Тайны древнего Урала. Уфа, 1973.
  • Южный Урал в VII—XIV вв. М., 1977.
  • Курганы Южного Урала в VIII—XII вв. М., 1981.
  • Археология СССР. Степи Евразии в эпоху средневековья. М.: Наука, 1981 (соавтор).
  • История Башкортостана с древнейших времен до XVI в. Уфа, Китап, 1994 (А. Н. Султанова менән авторҙаш).
  • История Башкортостана с древнейших времен до наших дней. Том 1. История Башкортостана с древнейших времен до конца XIX в. Уфа: Китап, 2004 (авторҙар коллективы составында).
  • История Башкортостана. Древность. Средневековье. Уфа: Китап, 2009/2010 (А. Н. Султанова менән авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» почётлы исеме (1992)[5];
  • Салауат Юлаев ордены (2013)[5].

Хәтер

  • 2019 йылдың декабрендә Н. А. Мәжитов исеме Ҡыҙылъяр башҡорт гимназия-интернатына бирелгән[6].
  • 2023 йылдың 21 апрелендә Өфөлә Революцион урамы, 167А йортоноң фасадында, ғалим йәшәгән йортта, мемориаль таҡта асылған[7].

Иҫкәрмәләр

  1. Нияз Абдулхакович Мажитов. Институт истории, языка и литературы Уфимского научного центра РАН. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 август 2026. Архивировано 13 апрель 2014 года.
  2. Академик Мажитов стал кавалером ордена Салавата Юлаева. Башинформ (25 февраль 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 август 2026. Архивировано из оригинала 30 сентябрь 2021 года.
  3. Бахмутинская культура. kronk.spb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 август 2026.
  4. 1 2 3 Мажитов Нияз Абдулхакович. pomnim.me. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 август 2026.
  5. 1 2 3 Мажитов Нияз Абдулхакович. Башкирская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 август 2026.
  6. Присвоение имени Н. А. Мажитова. Красноусольская башкирская гимназия-интернат. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 август 2026.
  7. Открытие мемориальной доски Н. А. Мажитову. Музей-заповедник «Древняя Уфа» (21 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 август 2026.

Әҙәбиәт

  • Башкортостан: Краткая энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996.
  • Кулбахтин Н. М., Кульшарипов М. М., Янгузин Р. З. Неутомимый учёный и общественный деятель (к 70-летию профессора, член-корр. АН РБ Н. А. Мажитова) // Народы Южного Урала и их соседи в древности и средневековье. Уфа: БашГУ, 2004.