Лебединская Валерия Павловна
Биографияһы
Валерия Павловна Лебединская 1921 йылдың 4 февралендә Белгород өлкәһе Алексеевский районының Совет ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуа.
Урта мәктәпте отличие менән тамамлай. Юғары белемде Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр институтында ала. Уны 1944 йылда тамамлағас, Ленинград ҡалаһына йүнәлтелә, ҡорос сым-канат заводында мастер булып эшләй.
1949 йылдан Белорет ҡалаһында йәшәй, Белорет ҡорос сым-канат заводында (комбинат) эшләй.
Үҙең яҡшы ойоштороусы итеп күрһәтә һәм уны КПСС-тың ҡала комитетына сәнәғәт-транспорт бүлегенә эшкә саҡыралар. Унда бүлек мөдире була, сәнәғәт тармағын контролләй. Партия контроле етәксеһе, оҙаҡ йылдар партияның Белорет ҡала комитетының икенсе секретары булып эшләй.
2010 йылда Белорет ҡалаһында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Почёт Билдәһе» ордены (1966, 1976)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы (1945)
- Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1958, 1971)
- РСФСР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1962)
- юбилей миҙалдары
- Белорет ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (2011, үлгәндән һуң)[1].
Сығанаҡтар
- Лебединская Валерия Павловна / Почётные граждане Белорецка // Официальный сайт Белорецкого района
- Лебединская Валерия Павловна // Календарь знаменательных и памятных датг. Белорецка и Белорецкого района на 2016 год 2016 йылдың 26 август көнөндә архивланған.