Ленин проспекты (Стәрлетамаҡ)

Ленин проспекты — Стәрлетамаҡ ҡалаһының көнбайыш өлөшөндәге проспект. Химия заводы әйләнешенән башлана һәм көньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә Еңеү майҙанына тиклем (Октябрь әйләнеше) һуҙыла, ҡаланың үҙәген төньяҡ сәнәғәт зонаһы менән тоташтыра. Оҙонлоғо 3,87 км.

Тарихы

Ленин проспектын XX быуаттың 60-сы йылдарында, төньяҡ төҙөлөш зонаһын (Нахимов биҫтәһен) көньяҡ төҙөлөш зонаһы (Урал микрорайоны) менән тоташтырыу өсөн Стәрлетамаҡта сәнәғәт үҙәге төҙөү тураһында СССР Министрҙар Советы Планы буйынса төҙөй башлайҙар.

Саралар

Проспектта һәр йыл һайын 9 майҙа Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры майҙанынан ғәскәрҙәр һәм ветерандарҙың ҡала етәкселеге менән бергә байрам парады башлана. Сентябрҙә шул уҡ майҙандан Октябрь әйләнеше йүнәлешендә «Милләт кроссы» Бөтә Рәсәй йүгереү көнө үтә, башҡа байрам саралары ваҡытында ҡайһы берҙә урам ябыла.

Инфраструктураһы

undefined

Проспектта урынлашҡан:

Иҫтәлекле урындары

  • Ленин һәйкәле — Башҡорт драма театры майҙанында (скульпторы Т. П. Нечаева, Б. Д. Фузеев)
  • Байрам трибунаһы — Башҡорт драма театры майҙанында (скульпторы Т. П. Нечаева, Б. Д. Фузеев)
  • Бульвар

Иҫкәрмәләр

Категориялар