Леонард Эйлер

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Леонард Эйлер
Leonhard Euler
Эмануэль Һандманн төшөргән портрет (1756)
Эмануэль Һандманн төшөргән портрет (1756)
Тыуған көнө 4 (15) апрель 1707({{padleft:1707|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Базель, Швейцария
Вафат көнө 7 (18) сентябрь 1783({{padleft:1783|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (76 йәш)
Вафат урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Ил Швейцария
Ғилми даирәһе Математика, механика, физика, астрономия
Эшләгән урыны
Альма-матер Базель университеты
Ғилми дәрәжәһе фәлсәфә докторы[d][1]
Ғилми етәксеһе Йоһанн Бернулли
Уҡыусылары Михаил Евсеевич Головин[d], Пётр Борисович Иноходцев[d], Семён Кириллович Котельников[d], Андрей Иванович Лексель[d], Степан Яковлевич Румовский[d], Николай Иванович Фусс[d], Иоганн Альбрехт Эйлер[d][2] и Жозеф Луи Лагранж[d][3]
Награда һәм премиялары
Автограф Файл:Euler's signature.svg
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Леона́рд Э́йлер (нем. Leonhard Euler; 15 апрелдә 1707 (317 йәш), Базель, Швейцария — 7 (18) сентябрь 1783, Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы) — швейцар, немец, рәсәй математигы, ул математикаға, механикаға, физикаға, астрономияға һәм башҡа ярҙамсы фәндәргә ҙур өлөш индергән ғалим.

Эйлер — 800-ҙән ашыу хеҙмәт авторы[4] былар математик анализ, дифференциаль геометрия, һандар теорияһы, яҡынса иҫәпләүҙәр, күк йөҙө механикаһы, математик физика, оптика, баллистика, караптар төҙөү, музыка теорияһы һәм башҡа өлкәләрҙәге хеҙмәттәр.

Рәсәйҙә ярты ғүмерен йәшәп, илебеҙҙә фәнде үҫтереүгә ҙур өлөш индергән. 17411766 йылдарҙа Берлинда эшләй, (бер үк ваҡытта Петербург Академияһының почетлы ағзаһы булып ҡала). Уның ҡайһы бер тоҡомдары әле лә Рәсәйҙә йәшәүен дауам итә[5].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Швейцария (1707—1727)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Леонард Эйлер 1707 йылда базель пасторы Пауль Эйлер ғаиләһендә донъяға килгән. Бик иртә математикаға һәләттәре асыла.

Базель университеты, XVII—XVIII быуаттар

1720 йылдың 20 октябрендә 13 йәшлек Леонард Эйлер Базель университетының сәнғәт факультетына уҡырға инә. Әммә Леонардтың математикаға һәләтенә профессор Йоһанн Бернулли иғтибар итә һәм ошо өлкәгә йәлеп итә.

1724 йылдың 8 июнендә 17 йәшлек Леонард Эйлер латынь телендә Декарттың, Ньютондың фәлсәфәһе буйынса телмәр тота һәм магистр дәрәжәһе ала.

Бер нисә фәнни хеҙмәт яҙһа ла, 19 йәшлек Эйлер профессорҙар кафедраһына йәш тип алмайҙар. Ул саҡта Швейцарияла ғалимдарға урын әҙ була. Шуға күрә Эйлерҙың йәшлек дуҫтары, профессорының улдары Даниил һәм Николай Бернулли Рәсәйгә кит. Унда Санкт-Петербург Фәндәр Академияһы ойошторола башлаған була; улар Эйлерҙы ла саҡыртып ала.

Рәсәйгә тәүге килеүе (1727—1741)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңы асылған Академияла дәреслектәр етешмәү сәбәпле үҙ ағзаларына уларҙы яҙырға тәҡдим итә. Эйлер физиолог булып иҫәпләнһә лә бик төплө «Арифметикаға ҡулланма» яҙа, ул рус теленә тәржемә ителеп, башланғыс дәреслек булараҡ байтаҡ йылдар ҡулланыла. Барыһын да ғәжәпләндереп, бер йылдан уҡ Эйлер рус телендә иркен һөйләшә башлай[6].

1733 йылда профессор дәрәжәһенә өлгәшкән 26 йәшлек Леонард Эйлер өйләнә (нем. Katharina Gsell), ҡатыны Катарина швейцар милләтле була. Уларҙың 13 балаһы тыуа, әммә 3 улы менән 2 ҡыҙы ғына тере ҡала[C 1].

Эйлер эш өсөн йәшәгән кеше була. Рәсәйҙә йәшәгән осоронда 90 ҙур фәнни хеҙмәт яҙа.

1735 йылда Академия астрономия буйынса бик күләмле эш ала. Академиктар төркөмө был эшкә 3 ай һорай, ә Эйлер бер үҙе өс көндә башҡара ла ҡуя. Әммә көсөргәнешле эш эҙһеҙ үтмәй, ул ауырып китә һәм уң күҙгә һуҡырая.

1730 йылдарҙа Эйлер Европала ла таныла. Ике томлыҡ «Механика, йәки хәрәкәт тураһында фән, аналитик һүрәтләмәлә» тигән китабы донъяға таныта (1736 йыл).Шул хәлдән һуң теоретик механика математиканың ярҙамсы тармағына әйләнә.

1740 йылда императрица Анна Иоанновна вафат булғандан һуң Петербург Академияһы тамам бөлөнә,Эйлерҙы Пруссия короле Фридрих II Берлин Фәндәр Академияһына , Математик департаментена директор сифатында эшкә саҡыра .

Пруссия (1741—1766)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1741 йылдың 29 майында Эйлер Академиянан китергә рөхсәт ала[7]. Ул Академияның почетлы ағзаһы булып ҡала һәм 200 һум оклад түләнә. Бының өсөн Эйлер Петербург Академияһына ярҙам итеп торорға вәғәҙә бирә.[C 2]. В 1747 Ломоносовтың эштәренә юғары баһа бирә[C 3]: Бындай баһа биреүгә хатта Ломоносовтың математика буйынса хеҙмәт яҙмауы ла ҡамасау итмәгән[C 4].

1756 йылғы портрет: Эмануэлем Һандманн эше (Kunstmuseum, г. Базель)

1741 йылда Леонард Эйлер ғаиләһе менән Берлинға күсенә. Унда 25 йыл йәшәп, 260 хеҙмәт яҙа.

Яңынан Рәсәй (1766—1783)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Петербург фәндәр Академияһы бинаһы, XVIII быуаттың икенсе яртыһы (Кунсткамера)

1766 йылда 60 йәшлек Эйлер ғаиләһе менән Рәсәй башҡалаһына күсеп килә. Императрица Екатерина II уны бик юғары хөрмәт күрһәтеп ҡаршы ала, йорт алырға 8000 һум аҡса бирә, хатта башланғыс осорҙа үҙенең ашнаҡсыһын да биреп ҡуя һәм Академияны үҙгәртеп ҡороу йәһәтенән план әҙерләргә бойора.

Бәхетһеҙлеккә күрә, Эйлер һуҡырая һәм хеҙмәттәрен әйтеп тороп яҙҙыра. 400 мәҡәлә һәм 10 китап яҙа.

Ул Смоленск лютеран зыяратында Петербургта ерләнгән булған. 1955 йылда бөйөк математиктың кәүҙәһе «XVIII быуат Некрополенә» — Александр-Невский лавраһына күсерелә.

Маркалар, монеталар, банкноталар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2007 йылда РФ Үҙәк банкыһы Эйлерға 300 йәш тулыу айҡанлы иҫтәлекле монета сығара[C 5] Эйлер портреты Швейцарияның 10 франклыҡ банкнотаһында була, Швейцария, Россия һәм Германи монеталарында ла уның портреты ҡуйыла.

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Новая теория движения Луны. — Л.: Изд. АН СССР, 1934.
  • Метод нахождения кривых линий, обладающих свойствами либо максимума, либо минимума. — М.-Л.: ГТТИ, 1934.
  • Основы динамики точки. — М.-Л.: ОНТИ, 1938.
  • Дифференциальное исчисление. — М.-Л., 1949.
  • Интегральное исчисление. В 3 томах. — М.: Гостехиздат, 1956-58.
  • Избранные картографические статьи. — М.-Л.: Геодезиздат, 1959.
  • Введение в анализ бесконечных. В 2 томах. — М.: Физматгиз, 1961.
  • Исследования по баллистике. — М.: Физматгиз, 1961.
  • Письма к немецкой принцессе о разных физических и философских материях. — СПб.: Наука, 2002. — 720 с. — ISBN 5-02-027900-5, 5-02-028521-8.
  • Опыт новой теории музыки, ясно изложенной в соответствии с непреложными принципами гармонии / пер. с лат. Н. А. Алмазовой. — Санкт-Петербург: Рос. акад. наук, С.-Петерб. науч. центр, изд-во Нестор-История, 2007. — ISBN 978-598187-202-0. (Перевод Tentamen novae theoriae musicae ex certissismis harmoniae principiis dilucide expositae (Tractatus de musica). — Petropol.: Typ. Acad. Sci., 1739.)

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Список объектов, названных в честь Леонарда Эйлера
  • История математических обозначений
  • Астрономическая обсерватория Петербургской академии наук

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Nicolas Fuss. Eulogy of Euler by Fuss (ингл.). — Read at the Imperial Academy of Sciences of Saint Petersburg 23 October 1783. Дата обращения: 22 октябрь 2008. Архивировано 23 август 2011 года.
  2. Письмо М.В. Ломоносова Л. Эйлеру. Архивировано 23 август 2011 года.
  3. История Императорской Академии Наук в Петербурге Петра Пекарского. Том второй. Издание отделения русского языка и словестности Императорской Академии Наук. Санкт-Петербург. Типография Императорской Академии Наук. 1873
  4. Владимир Захаров. «Олигархам выгодно, чтобы население России уменьшилось». Известия-Наука (12 сентябрь 2003). — Ломоносов — это трагическая фигура в науке. Дата обращения: 22 октябрь 2008.
  5. 300-летие со дня рождения Л. Эйлера. Серия: Выдающиеся личности России. Центральный банк Российской Федерации (2 апрель 2007). Дата обращения: 22 октябрь 2008. Архивировано 23 август 2011 года.
Использованная литература
  1. Mathematics Genealogy Project (ингл.) — 1997.
  2. Euler's Disciples (Students)
  3. Mathematics Genealogy Project (ингл.) — 1997.
  4. Математика XVIII столетия. Указ. соч. — С. 32.
  5. Глейзер Г. И. История математики в школе. — М.: Просвещение, 1964. — С. 232.
  6. Яковлев А. Я. Леонард Эйлер. — М.: Просвещение, 1983.
  7. Гиндикин С. Г., 2001, с. 213.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Артемьева Т. В. Леонард Эйлер как философ // Философия в Петербургской Академии наук XVIII века. — СПб., 1999. — 182 с.
  • Башмакова И. Г., Юшкевич А. П. Леонард Эйлер // Историко-математические исследования. — М.: ГИТТЛ, 1954. — № 7. — С. 453-512.
  • Белл Э. Т. Творцы математики. — М.: Просвещение, 1979.
  • Гиндикин С. Г. Рассказы о физиках и математиках. — 3-е изд., расш. — М.: МЦНМО, 2001. — 465 с. — ISBN 5-900916-83-9.
  • Делоне Б. Н. Леонард Эйлер // Квант. — 1974. — № 5.
  • Котек В. В. Леонард Эйлер. — М.: Учпедгиз, 1961.
  • К 250-летию со дня рождения Л. Эйлера. — Сборник. — Изд-во АН СССР, 1958.
  • Летопись Российской Академии наук. — М.: Наука, 2000. — Т. 1: 1724—1802. — ISBN 5-02-024880-0.
  • Математика XVIII столетия / Под редакцией А. П. Юшкевича. — М.: Наука, 1972. — Т. 3. — (История математики в 3-х томах).
  • Полякова Т. С. Леонард Эйлер и математическое образование в России. — КомКнига, 2007. — 184 с. — ISBN 978-5-484-00775-2.
  • Прудников В. Е. Русские педагоги-математики XVIII—XIX веков. — 1956.
  • Развитие идей Леонарда Эйлера и современная наука. Сб. статей. — М.: Наука, 1988. — 525 с. — ISBN 5-02-000002-7.
  • Юшкевич А. П. История математики в России. — М.: Наука, 1968.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эйлер хеҙмәттәре