Леонова Надежда Сергеевна
Гражданлығы | |
---|---|
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Вафат булған көнө | 16 сентябрь 2013 |
Тыуған көнө | 1929 |
Вафат булған урыны | |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | һауынсы |
Тыуған урыны |
Надежда Сергеевна Леонова (1929, Брянск губернаһы, СССР — 16 сентябрь 2013 йыл, Брянск өлкәһе, Рәсәй) — Брянск өлкәһенең Кокинский совхозы һауынсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
Биографияһы
Надежда Сергеевна Леонова 1929 йылда Брянск өлкәһендә тыуған. «1941—1945 Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[1].
1961 йылда Кокинский совхоз-техникумы фермаһына һауынсы булып эшкә урынлаша. Үҙенә беркетелгән һыйырҙарҙан даими рәүештә һауымды арттырып ала: 1966—1969 йылда 3700-килограмдан алып 1970 йылда 4176 килограмға тиклем еткерә[2]. Һигеҙенсе биш йыллыҡ планын арттырып үтәй. 1967 йылда юғары күрһәткестәре өсөн ВДНХ-ның бронза миҙалы менән бүләкләнә , шулай уҡ «фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙал менән бүләкләнә. Өлкә советы депутаты була[1]
СССР Юғары Советы Президиумының указы менән «1971 йылда юғары хеҙмәт күрһәткестәре өсөн» надежда Сергеевна Леоноваға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме тапшырыла[1].
1984 йылда пенсия йәшенә етһә лә, 1996 йылға тиклем эшләй — әммә инде ферма түгел[1].
2013 йылдың 16 сентябрендә вафат була[1][3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Леонова Надежда Сергеевна (1929–16.09.2013) . Брянская областная научная универсальная библиотека им. Ф. И. Тютчева. Дата обращения: 23 март 2020.
- ↑ Леонова Надежда Сергеевна Герой Социалистического труда. Брянская область. Дата обращения: 23 март 2020.
- ↑ Выдающиеся люди поселения . Кокинская сельская администрация Выгоничского района Брянской области. Дата обращения: 23 март 2020.
Әҙәбиәт
- Леонова Надежда Сергеевна // Блокнот агитатора. (Спец. вып.: Брянцы — Герои Советского Союза). — Брянск. —1971. — № 21-24. — С. 55-57.
- 16 сентябрҙә вафат булғандар
- 2013 йылда вафат булғандар
- 1929 йылда тыуғандар
- Брянск өлкәһендә вафат булғандар
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- СССР ВДНХ миҙалдары менән бүләкләнеүселәр
- Брянск өлкәһендә тыуғандар
- Һауынсылар
- Алфавит буйынса шәхестәр